Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2021, 12:00

Йөҙөңдән барыһы ла күренә

Маңлай, танау, эйәк, сикәләге ниндәй үҙгәрештәргә ҡарап, сирҙәреңде билдәләргә мөмкин? Барыһы хаҡында ла - яҙмала.

Ауырыу бер ҙә аңғармаҫтан килеп сығып аяҡтан йыға һуҡмай. Күп осраҡта алдан организмға хәүефле сигналдар ебәрелә, уларҙы күрә белергә генә кәрәк. Мәҫәлән, йөҙөгөҙгә ҡарап ҡына тәжрибәле табип ҡайһы тирәгеҙҙә проблема барлығын әйтеп бирә ала. Түбәндәге мәғлүмәт менән танышып сыҡһағыҙ, уны үҙегеҙ ҙә билдәләй алырһығыҙ.
Маңлай. Маңлай тиреһенең төҫө үҙгәреүе, ҡыҙарыуы, бәләкәй ҡан тамырҙарының күҙгә бәрелеүе йөрәк менән бәйле сир тураһында һөйләй. Маңлай ҡарайыңҡырап торһа, аш һеңдереү насар икәнлеген күрһәтә. Оҙайлы ваҡыт күңел көсөргәнешлегендә (депрессия) йөрөгән кешеләрҙең маңлайҙа һырҙары күбәйә, ике ҡаш араһында тәрән һыҙыҡ барлыҡҡа килә. Тиренең йәшелле-күкле төҫөнә ҡарап йөрәк өйәнәген күҙаллап була. Өҫтәүенә йөрәк йыш-йыш дөпөлдәп типһә, баш әйләнһә, һул яҡ ҡул ауыртһа, тын алыуы ауырлашһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Танау. Танау осона йәки ҡырына әҫпе сыҡһа, аш һеңдереү өлкәһендә проблема бар тигән һүҙ. Бының шулай уҡ ҡыҙҙырылған, майлы, ыҫланған аҙыҡ йәки шоколад ашауҙың һөҙөмтәһе булыуы ла мөмкин. Күҙгә күренеп ҡыҙарып торған ваҡ ҡан епсәләре, ҡыҙыл таптар кешенең алкоголь менән (бының да ашҡаҙанға насар йоғонто яһағаны яҡшы билдәле) артыҡ мауығыуы тураһында һөйләй.
Эйәк. Эйәктәге һәм ауыҙ тирәһендәге тиренең ҡыҙарыуы, елһенеүе, кибеүе, ҡауаҡланыуы йәки киреһенсә ағарып тороуы бөйөрҙөң һәм бәүел ҡыуығының эшмәкәрлегенә иғтибар талап итә. Ошо тирәгә әҫпе йәки һытҡы сығып ыҙалатһа, тимәк, гормондар эшмәкәрлеге боҙолған - организм эстроген йәки тестостеронды күпләп сығара. Был үҙ сиратында ҡатын-ҡыҙҙың күрем циклының боҙолоуына килтерә, ә ирҙәргә простатит менән янай. Ҡытай медицинаһы ғилеменә ярашлы, бәләкәй эйәкле кешеләр тыумыштан көсһөҙ бөйөрлө һәм бәүел ҡыуҙырыу системаһында ла проблемалары була.
Уң яҡ сикә. Үпкә йәки йыуан эсәк сирҙәре биттең ошо өлөшөндә яҡшы күренә. Һытҡы сығыуы, тиренең ҡыҙарыуы, кибеп тартылып тороуы бронхит һәм башҡа етди үпкә сирҙәре булыу мөмкинлеген хәбәр итә. Экзема, ҡыҙарып кибеп торған йәки йәшелле-күкле тире аллергик йүтәл һәм астма башланасағын иҫкәртә.
Һул яҡ сикә. Танау япрағы эргәһендә ваҡ ҡына ҡан тамырҙарының ныҡ ҡыҙарыуы бауырҙың бысраныуы менән бәйле. Һул күҙ аҫтының тиреһе һарыраҡ төҫтә икән - үт ҡыуығында таш бар йәки холестерин күләме юғары. Күңел торошоноң тотороҡһоҙлоғо, мәҫәлән асыу, үпкә, төшөнкөлөк, ошо яҡ сикәлә сағылыш таба. Ҡан тамырҙары бүлтәйеп сығып торһа, ҡыҙарһа йәки әҫпе сыҡһа, ҡан баҫымы күтәрелгән йәки кеше ныҡ асыуланған.
Бына шулай, бер ниндәй ауыртыныу тоймаған ваҡытта ла, организм беҙҙе үҙе алдан "йомшаҡ" урындарыбыҙ тураһында иҫкәртә. Шуның өсөн, ул ебәргән хәүефте күрергә өйрәнеп, сир төпкә төшмәҫ элек ваҡытында дауаланайыҡ, үҙебеҙгә иғтибарлы булайыҡ.

Фото: tabor.ru
Читайте нас: