Коронавирус менән хәлдәр нисек? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Үткән тәүлектә коронавирустың яңы 138 осрағы теркәлгән. Ә пандемия башланыу менән республикала 28719 кеше был инфекцияны йоҡторған. Амбулатор дауалауҙа – 5100 кеше, 241 кеше дауаханаларҙа ята. Уларҙың 17-һе ауыр хәлдә, һигеҙен үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда һауығыуҙың ыңғай тенденцияһы күҙәтелә башланы. Көн һайын һауыҡҡандар һаны яңынан сирләй башлағандарҙан күберәк. Дөйөм сирлеләрҙең 80 проценты йәки 23 меңе һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә генә 140 кеше дауаланып сыҡҡан.
– Үткән аҙнала ковид сирлеләр өсөн урындар һанын 300-гә кәметтек. Яҡын арала тағы ла 300 урынды ҡыҫҡартырға йыйынабыҙ. Әле дөйөм алғанда 2180 урын бар, улар 81 процентҡа тулған, – тине Максим Забелин.
Тағы бер мәсьәлә – коронавирустан вакцинация. Әлегә ваҡытта республикаға 120 мең доза вакцина килгән. Һуңғы 11 мең доза ял көндәре килеп еткән һәм ошо арала прививкалар һалыу пункттарына таратыласаҡ. Беренсе компонент менән 80437, икенсеһе менән 26 мең кеше вакцинация үткән.