Табиптар белдереүенсә, һалҡын көндәрҙә һәр кем өсөн С витамины мөһим. Күптәр ул вирустарҙан һаҡлай тип уйлай. Әммә, фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был дөрөҫ түгел. Баҡтиһәң, витамин, нигеҙҙә, кеше сирләгән ваҡытта ярҙам итә: ауырыу билдәләренән тиҙерәк ҡотолдора һәм организм эшмәкәрлеген нығыта.
А витамины иһә иммуноглобулин барлыҡҡа килеүенә яуап бирә, йәғни ул организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Был витамин кишерҙә, балыҡта һәм башҡа аҙыҡ-түлектә бар.