Ниңәлер ҡара миләшкә иғтибар биреп бармайбыҙ. Ә ул күп кенә илдәрҙә бик матур күренгәне өсөн генә түгел, файҙалы булыуы менән дә киң танылыу яулаған.
Унда кеше организмы өсөн кәрәкле В1, В2, Рр, С витаминдары бар. Өҫтәүенә йод, органик кислота һәм аҡһым күп.
Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата. Ул тағы бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын нормалләштерә. Бынан тыш, уның әллә күпме файҙалы яҡтары барлығы асыҡланған. Тик шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: уны дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Ҡара миләш төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы торорға һәләтле, юғары уңыш биреүсән. Унан ҡайнатма, һут, компот та әҙерләйҙәр.