Имбирлы сәй холестерин кимәлен түбәнәйтә, яман шеш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Был йәшелсә тамырындағы гингерол матдәһе онкологияға ҡаршы көрәштә яҡшы.
Ғалимдар билдәләүенсә, имбир йәшел сәй менән бергә икеләтә файҙалы. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, көн һайын уның ике грамм экстрактын файҙаланған 30 кешелә эсәк-ҡарындағы яман шештең барлыҡҡа килеү ихтималлығы кәмегән.
Бынан тыш, имбир үҙенең составындағы салицилат ярҙамында ҡан баҫымын контролдә тоторға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, был матдә аспирин составында бар. Шулай итеп, имбир иммунитетты нығыта һәм һыҙланыуҙарҙы бер аҙ кәметә.
Имбирле сәй тештәргә лә ыңғай йоғонто яһай. Ундағы матдәләр ауыҙ ҡаҙнаһын гингивит һәм пародонтит кеүек сирҙәрҙе барлыҡҡа килтергән бактерияларҙан һаҡлай. Ә уның составындағы яман шешкә ҡаршы “көрәшкән” гингерол ғүмерҙе оҙайтыуға ла ярҙам итә.
Әммә һәр нәмәлә сама белеү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ. Юғиһә төрлө күңелһеҙ эҙемтәләрҙең килеп сығыуы ихтимал. Ғалимдар ҙа был хаҡта иҫкәртә.