Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары һаны көндән-көн арта. Һуңғы тәүлектә мәкерле сир тағы дүрт кешенең ғүмерен өҙҙө. Пандемия осоронда үлем осраҡтары 284-кә етте.
Вирусты йоҡторғандар ҙа тәүлек эсендә 136 кешегә артты. Хәҙер уларҙың дөйөм һаны - 28 992.
Стационарҙарҙа – 272, амбулатор шарттарҙа 5 270 ауырыу дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, 19 пациент ауыр хәлдә, алтыһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә 119 ауырыу һауыҡҡан.
Пневмония диагнозы 179 ауырыуға ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта был сирҙән дауаланған 174 кеше һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә ковидты йоҡтороу осраҡтарының иң күбеһе Өфөлә (63), Бәләбәй районында (14), Ишембай районында (9) һәм Өфө районында (8) теркәлгән. Республикала эпидемиологик хәл көсөргәнешле. Санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡларға саҡырабыҙ.