Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар һаны 280-гә етте. Үткән тәүлектә вирус тағы өс кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Сирҙе йоҡторғандар ҙа арта бара, тәүлектә 137 ауырыуға коронавирус диагнозы ҡуйылған. Иң күп осраҡ Өфөлә (74), Салауат ҡалаһында (12), Әлшәй районында (9 ). Пандемия осоронда мәкерле сир менән бөтәһе 28 856 кеше осрашты һәм 23 047 ауырыу уны еңеп сыҡты. Үткән тәүлектә дауахананан 40 пациент һауығып сыҡҡан.
Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 168 ауырыуға ҡуйылған, шунса пациент һауыҡҡан. Әле республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр таралыуын дауам итә. Тәүлектә 1736 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, өҫтәүенә 18 ауырыуҙа коронавирус булыу ихтималлығы бар, улар табиптар күҙәтеүендә.
Бөгөн республикала 5 530 ауырыу коронавирус инфекцияһынан дауалана, 20-һе ауыр хәлдә, алты пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республикала 111 прививка пунктында вакцинациялау эше дауам итә. “ГамКовидВак” вакцинаһының тәүге компонентын 82 888 кеше алһа, икенсеһен 29 027 кеше яһатҡан.