Бөгөн, 3 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй халҡын коронавирустан вакцинациялау мәсьәләһенә арналған федераль кимәлдәге кәңәшмәлә сығыш яһаны. Уны видеоконференция тәртибендә илдең Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе.
Республика етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанға COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн 122592 доза вакцина килтерелгән. 3 мартҡа ҡарата, уның беренсе компонентын 86 мең кеше алған, тулыһынса ике компонентын да 29565 кеше һалдырған.
– Вакциналар оператив рәүештә медицина ойошмаларына таратыла. Беҙ барлыҡ кәрәкле маршруттарҙы эшләнек һәм тәжрибә тупланыҡ. Алтмыш йәштән өлкәндәргә прививка яһау буйынса бер аҙ артта ҡалғаныбыҙҙы беләм. Был шуның менән дә аңлатыла: ошоға тиклем улар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдә. Тик был категория өсөн дә вакцина яһауҙы арттыра башланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, беҙҙә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары күп, унда инфекция эләкһә, улар хәүефкә дусар ителәсәк. Шуға күрә вакцинаның ҙур күләмен унда ебәрҙек.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда 11 вакцинация пункты эшләй, улар иҫәбендә мобилдәре лә бар.
– Уларҙың ҡабул итеү һәләтлелеге тәүлегенә 7500 кеше тәшкил итә. Асыр өсөн яңы вакцинация пункттарын да әҙерләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ шулай уҡ халыҡҡа прививка һалыу өсөн күсмә бригадалар ҙа ойошторҙоҡ, шул иҫәптән ойошмаларҙан бирелгән ғаризалар буйынса баралар. Республиканың ҙур предприятиелары ғаризалар ебәрҙе, уларҙың хеҙмәт коллективтарында прививка яһау кампаниялары үтә. Был эштә ыңғай баһа алабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.