Башҡортостан Хөкүмәте сайтында алдағы байрам көндәрендә поликлиникалар, дауаханалар һәм травмпункттарҙың эш графигы баҫылған. 8 мартта поликлиникалар байрам көнө графигы буйынса иртәге сәғәт 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда хеҙмәт итәсәк.
Дауаханаларҙа пациенттар өсөн резерв урындар, дарыуҙар запасы әҙерләнә. Шулай уҡ ваҡытында ашығыс һәм планда ҡаралған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр барлана.
Байрам көндәрендә Өфөлә өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән травмпункттар тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Бына улар: 5-се ҡала клиник дауаханаһының, 10-сы һәм 21-се ҡала клиник дауаханаларының травмпункттары. Республика клиник балалар дауаханаһының Кувыкин урамындағы 98-се йортта урынлашҡан травмпункты тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Бынан тыш, 5-се һәм 4-се балалар поликлиникаларының травмпункттары 8 сәғәттән 22 сәғәткә тиклем кескәй пациенттарҙы ҡабул итәсәк.
2 сәғәттән һуң Өфөнөң төнmяғында йәшәүселәр медицина ярҙамы артынан 17-се ҡала дауаханаһына мөрәжәғәт итә ала (Азатлыҡ урамы, 29). Баш ҡаланың көнъяҡ өлөшөндә йәшәгән халыҡты кискеһен Республика балалар клиник дауаханаһының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе травмпункты ҡабул итәсәк.
Күҙҙәр йәрәхәтләнгәндә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе офтальмология травмпункттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Ҡулса урамының 47-се йортонда урынлашҡан 10-сы ҡала клиник дауаханаһы һәм Аврора урамының 14-се йортонда урынлашҡан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының травмпункттары ҡабул итәсәк.
Тешегеҙ һыҙлаһа, Өфөнөң тәүлек әйләнәһенә эшләүсе поликлиникаларына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: Октябрь проспекты, 105/3; Блюхер урамы,25/1; Жуков урамы,4/1.