Сәләмәт булайыҡ
4 Март 2021, 15:30

Медицина тармағы һөҙөмтәләрҙе барланы

Бөгөн ведомствоның 2020 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса коллегия ултырышы үтте.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максима Забелин етәкселегендә ведомствоның 2020 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса коллегия ултырышы үтте.
Былтыр, тотош донъяға ябырылған зәхмәт – коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, Башҡортостандың власть структуралары менән бер рәттән йәмғиәтебеҙ, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләре яңы шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашты, медицина тармағына төшкән ҙур көсөргәнеш, яуаплылыҡ кеүек күренештәр ҙә көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде.
Башҡортостанда коронавирус хаҡындағы хәбәрҙәр 2020 йылдың ғинуарында уҡ ишетелһә, февралдә республика властары уға ҡаршы көрәш өсөн әҙерлек сараларын күрә башланы. Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында заман талаптарына яуап биргән, бер нисә ай эсендә төҙөлгән ике клиник-диагностик инфекция үҙәктәре асылыуы иһә ил кимәлендәге ваҡиға булды.
2020 йылда халыҡҡа сифатлы, ваҡытлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгәне, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник хәленең дә һәр яҡлап нығытылғаны мәғлүм.
Былтыр коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарылды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ арала COVID-19 вирусын йоҡторғандар өсөн койка-урындарҙың профилен үҙгәртеү, уларҙы кислород һәм тейешле ҡоролмалар менән тәьмин итеү йәһәтенән бихисап бурыстарҙы тормошҡа ашырҙы.
Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһе лә мөһим: оператив режимда медицина персоналын әҙерләү тормошҡа ашырылды. COVID-19 менән сирләгәндәргә 946 табип, 1600 урта һәм 700-ҙән ашыу бәләкәй медицина персоналы ярҙам күрһәткән.
Былтыр 16 ноябрҙән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөлә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башаны. Эпидемиологик торошҡа бәйле, медицина учреждениеларының иңенә ятҡан көсөргәнеш ҙур, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа был аныҡ һиҙелә ине. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре консультатив ярҙам күрһәтеү түгел, сирләгәндәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур ауырлыҡ кисерҙе. Үҙәктең төп маҡсаты тап ошо ине: медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү.
Әлеге ваҡытта COVID-19-ға тестарҙы 27 лаборатория тикшерә, шул иҫәптән һигеҙе шәхси формала. Тәүлегенә уртаса 11,5 мең тикшереү үткәрелә. Былтырғы тикшереүҙәрҙең дөйөм һаны ике миллиондан ашыу тәшкил иткән.
Былтыр COVID-19 менән сирләгәндәрҙе хеҙмәтләндереүгә бәйле медицина хеҙмәткәрҙәренә 5,4 миллиард һум аҡса түләнгән. Уларҙың дүрт миллиарды - федераль ҡаҙна иҫәбенән, ҡалғаны - республиканыҡынан. Апрелдән декабргәсә ошо түләүҙе 25 320 кеше алған.
Әйткәндәй, беҙҙең табиптар башҡа төбәктәргә ярҙам күрһәтергә лә өлгөргән: медицина ойошмалары табиптары һәм БДМУ-ла уҡыусылар Амур, Владимир өлкәләренә, Камчатка крайына, Ҡырғыҙстанға, Ҡарасәй-Черкес Республикаһына, Абхазияға барып, COVID-19-ға ҡаршы көрәш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.
Әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡло, сирләгәндәр һаны түбәнәйә, дауаханаларҙағы инфекциялы сирлеләр өсөн бүленгән койка-урындар профилле тәғәйенләнешенә ҡайтарыла.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүҙең төп юлы – вакцинациялау, был эш тә Башҡортостанда әүҙем алып барыла. Әлеге көндә 111 вакцинациялау пунктында прививка яһатырға мөмкин.
Ағымдағы йылдың 3 мартына республикаға “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының 122 592 дозаһы килтерелгән. Ошо уҡ көнгә вакцинаның I компонентын 86 605 кешегә (70,6 процент) эшләгәндәр. Шул иҫәптән 35 509 прививка – 60 һәм унан өлкән йәштәгеләргә (41 процент). Вакцинаның ике компоненты ла 29 565 кешегә ҡаҙалған (35,6 процент).

2020 йылда халыҡҡа сифатлы һәм ваҡытлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгәне, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник хәле һәр яҡлап нығытылғаны мәғлүм. Атап әйткәндә, республикала 94 яңы модулле ФАП ҡуйылған, авария хәлендәге өс табип амбулаторияһын алмаштырғандар. Төбәктең муниципаль берәмектәрендә шулай уҡ 13 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән, төрлө сығанаҡтар ярҙамында тағы ла ун ФАП сафҡа индерелгән. Дүрт дауаханаға, 14 поликлиникаға ремонт яһалған.
Шулай уҡ былтыр күптән көтөлгән ваҡиға булды: Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы сафҡа индерелде. Салауат ҡалаһында ла күп функциялы дауахана асылды. Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауаханала яңы хирургия корпусы эшләй башланы.

Былтыр санитар авиацияла ла алға китеш булды, 2024 йылға тиклем был йәһәттән үҫеш стратегияһы билдәләнде.
2020 йылда, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте иңенә лә ҙур көсөргәнеш ятҡаны мәғлүм. Әлбиттә, ошондай ауыр шарттарҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта сифатлы һәм ҡеүәтле автомобилдәр, медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителергә тейеш. Шуға күрә тармаҡта был йүнәлешкә айырым иғтибар бүленеүенә аптырайһы түгел. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, былтыр ошо маҡсатта федераль программа буйынса республикаға “С” класлы 30, “В” класлы 28 “Ашығыс ярҙам” автомобиле алынды.
Шул уҡ ваҡытта башҡа йүнәлештәр ҙә иғтибарҙан ситтә түгел. Мәҫәлән, 2020 йылда балалар үлеме күрһәткесе 6,6 процентҡа кәметелгән.
Быйыл иһә түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла: кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон арттырыу; коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кәметеү; беренсел звеноны модернизациялау йәһәтенән республика программаһын тормошҡа ашырыу; “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү; төбәктә күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын күтәреү; медицина кадрҙары ихтыяжын тәьмин итеү; һаулыҡ һаҡлау учреждениелары базаларының матди-техник һәм ресурс базаһын нығытыу; мәғлүмәти, телемедицина технологияларын үҫтереү; граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу системаһын формалаштырыу, насар ғәҙәттәрҙән арындырыу; халыҡты сифатлы дарыу препараттары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү.
2021 йылда кешеләрҙең төп сәбәптәрҙән үлем күрһәткесен кәметеү йәһәтенән Саралар планы төҙөлгән, ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына раҫлау өсөн ебәрелгән.
Үлем сәбәптәренә килгәндә, ғәҙәттәгесә, алдынғы урында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре тора. Кардиологик хеҙмәтте үҫтереү махсус төбәк проекттарына ярашлы алып барыла, ул үҙ эсенә иҫкәртеү сараларынан башлап юғары технологиялы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүҙе лә ала.
Былтырғы күрһәткестәр буйынса, Башҡортостанда яңы хасил булған шештәрҙән үлем осраҡтары кәмегән. Был йәһәттән онкология сирҙәрен тәүге стадияла асыҡлау йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас