Әле бынан 10 – 15 йылдар самаһы элек һәр ғаиләлә тиерлек тәҙрә төбөндә, аш – һыу бүлмәһендә өҫтөнә марля ябылған өс литрлы банка тора торғайны. Ә уның эсендә – сәй бәшмәге. Был бәшмәк тәмләтелгән сәй менән туҡлана һәм уны сәй бәшмәге тигән эсемлеккә әйләндерә. Тәме буйынса ул ҡиммәтле һуттарҙан бер ҙә кәм түгел, ә файҙаһы бик ҙур.
Сәй бәшмәге башта Цейлонда, унан һуң Һиндостанда таралған, ә беҙгә XX быуат башында килгән. Сәй бәшмәге бәшмәктән бигерәк бигерәк медузаны хәтерләтә. Ике төр микроорганизм – һеркә эслекле бактериялар һәм сүпрә симбиозы булараҡ сәй бәшмәге сәйҙән үҙенә кәрәкле матдәләрҙе ала һәм органик кислоталар – һөт, һеркә, күмер глюкон кислоталары, ферменттар С һәм В төркөмө витаминдарын бүлеп сығара. Бөтә ошо сифаттар сәй бәшмәген ауырыуға ҡаршы сара тип кенә түгел, дауа сифатында ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Сәй бәшмәге бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә, шуға ла ауыҙ эсе елһенеүен (хатта стоматиттың ауыр формаларын да) бөтөрә. Ангина һәм фарингит менән яфаланғанда, ике – өс сәғәт һайын тамаҡты сәй бәшмәге менән сайҡаһаң, һауығыу тиҙләнә. Аяҡ – ҡул бармаҡтарындағы бәләкәй яраларҙы ла сәй бәшмәге менән дауалайҙар.
Сәй бәшмәген элек-электән ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланғандар. Ярты стакан сәй бәшмәген иртәнсәк ас ҡарынлай эсегеҙ, ашҡаҙанығыҙ эшмәкәрлеге яҡшырыр. Шуға ла уны эс ҡатҡанда, гастрит булғанда эсеү файҙалы.
Бынан тыш халыҡ медицинаһында сәй бәшмәген геморрой булғанда, туберкулез менән ауырығанда эсергә тәҡдим итәләр.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.