Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Март 2021, 17:00

Косметика ниҙән торорға тейеш?

Йәш сырай оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, бит тиреһен тәрбиәләүгә тотонған крем, башҡа кәрәк-яраҡ­тың составында билдәле бер матдәләр ҙә булырға тейеш.

Йәш сырай оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, бит тиреһен тәрбиәләүгә тотонған крем, башҡа кәрәк-яраҡ­тың составында билдәле бер матдәләр ҙә булырға тейеш. Бына улар:

– протеиндар, аминокислоталар. Үҫемлектән алынған матдә­ләргә өҫтөнлөк бирелә. Бындай крем тирене тиҙерәк яңырта, организмды үҙ коллагенын, эластинын етеш­тереүгә көйләй. Һөҙөм­тәлә тиренең тығыҙлығы арта;


– А, Е, С витаминдары. Был матдәләр организмдағы әселәнеү күренешенә ҡаршы тора. Һырҙарҙы яҙып, уларҙы “йәшерә”, тимәк, кешенең сырайы йәшәрә төшә;


– пептидтар. Был компоненттар эпидермисҡа тәрәнгә үк үтеп инеп, күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныуын көйгә һала.


Шулай итеп, магазинда крем йә башҡа уға оҡшаш әйбер һатып алғанда, иренмәй генә составына ла күҙ һалығыҙ.


Фото: pixabay.com
Читайте нас в