Өс йәшлек Эдуардҡа ҡуйылған хәүефле диагноз ата-әсәһен аяғынан йыға яҙа. Әсәһе Екатерина әйтеүенсә, бәлә уйламағанда килгән. Йөклөлөк яҡшы үткән, сабыйы менән икеһен бала табыу йортонан ваҡытында сығарғандар.
Малайҙың үҫеше нормала булһа ла, ул тейешле мәлендә аяғына баҫып китә алмай. Табиптар массаж яһарға тәҡдим итә. Тик сабыйҙың хәле яҡшырмай, бер йәш тә туғыҙ айлыҡ булғас, “аҫҡы ослоҡтар парапарезы” тигән диагноз ҡуйыла. Ике йәшендә “спастик диплегия” өҫтәлә. Ата-әсәнең күпме йәш ҡойоуы, реабилитациялау өсөн өҙгөләнгәне тураһында һөйләп тороуҙың да кәрәге юҡтыр.
Эдуардтың хәле көндән-көн насарлана. Йөрөмәй, өҫтәүенә арҡаһы көмөрәйә бара. Табиптар сараһыҙлыҡтан ни ҡылырға ла белмәй, дауалау-физкультура курстарына ғына ебәрә ала. Әммә малайға ярҙам итеү әмәле бар! Әйтеүҙәренсә, Америкалағы Children’s Hispital St. Louis клиникаһында Эдуардҡа операция яһарға, аяҡҡа баҫтырырға әҙерҙәр. Дүрт миллион һум аҡса табылғанда, малайға ярҙам итеп була.
Тимошенколар ғаиләһе республика халҡына аҡса йыйыуҙа ярҙам итеүҙе һорай. Төплөрәк мәғлүмәт алыу өсөн BashNews cайтына инергә кәрәк.