Сәләмәт булайыҡ
5 Март 2021, 12:12

Йәшәү көсө – хәрәкәттә

Гүзәл заттар өсөн ниндәй спорт төрҙәре файҙалы?

Спорттың файҙалы икәнлеге хаҡында барыһы ла бик яҡшы хәбәрҙар. Шуға һәр кем үҙе яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә ынтыла: кемгәлер йөҙөү оҡшаһа, бәғзеләр йүгерергә әүәҫ. Иң мөһиме: физик күнекмәләр менән ихлас күңелдән шөғөлләнегеҙ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан гүзәл зат организмы өсөн файҙалы спорт төрҙәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре хаҡында яҙырға булдыҡ.


Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тиккә генә гүзәл зат вәкилдәре тип ата­майҙар. Улар – өй ҡотон һаҡлаған әсәй һәм ҡатын, туғандарына терәк апай һәм һеңле. Тор­моштағы бурыстары ла уларҙың үтә мөһим: ғаилә именлеген, торлаҡта йәшәү йәмен һәм, ғөмүмән, йәшәйештең асылын тәьмин итеүселәр. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарһыҙ тормош һанһыҙ.


Шуға уларға сәләмәт булыу зарур. Ә бына һаулыҡты иһә физик күнекмәләр, спорт нығыта. Өҫтә­үенә, ҡатын-ҡыҙ, тормошта ниндәй генә хәлдәр теркәлмәһен, һомғол буйлы, ыҡсым кәүҙәле һәм матур булырға тейеш. Түбәндәге күнек­мәләр тән ауырлығын контролдә тоторға ярҙам итә. Тағы спорт кәйефкә ыңғай йоғонто яһай икәнлеге, һөҙөмтәлә гүзәл зат вәкилдәренең тирә-яҡҡа бәхет-ҡыуаныс өләшергә, тормошта осраған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәнлеге хаҡында ла бик яҡшы беләбеҙ.


Велосипедта йөрөү


Тиҙҙән ер ап-аҡ ҡарҙан әрселер һәм тирә-яҡта көтөп алған яҙ хөкөм итер. Тәбиғәттең ошо гүзәл ваҡытында күптәр велосипедта елдерер. Ә был спорт төрөнөң файҙаһы бик күп. Ошо транспорт сараһында бер нисә километр араны урағандан һуң, йоҡоғоҙ сәләмәт буласаҡ, йәғни “әүен баҙарынан” ял итеп уянасаҡһығыҙ. Сөнки был транспорт төрөндә даими елде­реү организмдан йоҡоға талырға ҡамасаулаған стресс гормонын – кортизолды сығарасаҡ.


Тағы был спорт төрө ашҡаҙан эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Организмдағы матдәләр алмашы­ныуының яҡшырыуы һөҙөмтәһендә аппетит барлыҡҡа килә, һәм аҙыҡ-түлек эшкәртелеүе яҡшыра.


Был спорт төрө сыҙамлы, әүҙем булырға, төрлө ауырлыҡтарға ҡар­шы торорға булышлыҡ итәсәк. Эш­кә лә бик теләп йөрөйәсәкһегеҙ. Быға спорт менән даими шөғөллә­неүегеҙ булышлыҡ итәсәк.


Велосипедта йөрөү мускул­дар­ҙы нығытыу өсөн яҡшы. Был күнек­мәләр аяҡтарҙы нығытып ҡына ҡал­май, тотош фигура торошона ла ыңғай тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә тән матурлығығыҙ кәйефегеҙҙе күтәрер, аяҡ мускул­дарығыҙ нығы­ныр, өҫтәүенә, мат­дәләр алмашыныуын тиҙләтеү кеүек үҙгәрештәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. Тағы, тәнегеҙ торошо яҡшырып ҡына ҡалмаясаҡ, уның ҡартайыу процесы ла әкренә­йәсәк. Шулай уҡ һырҙар барлыҡҡа килеүҙе кәметкән коллагендың барлыҡҡа килеүе өсөн бына тигән шарттар тыуа.


Велосипедсылар варикоз ауы­рыу­ҙарынан һирәгерәк йонсой, сөн­ки аяҡтар менән педалдәрҙе ишкән­дә ҡан әйләнеше яҡшыра. Шуға был спорт төрө менән дуҫ булыу файҙаға ғына.


Спорт бейеүҙәре


Хәҙер бейеүҙең ниндәй генә төрө юҡ! Йәнең теләгәнен һайлап шөғөлләнергә мөмкин. Улар кәйефте күтәрә, әллә күпме калорияны “яндыра”, фигураны ипкә килтерә һәм донъялағы иң ҡиммәтле нәмәне – кеше ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итә. Шулай итеп, үҙең өсөн әллә күпме плюстар табырға мөмкин. Әгәр спорт бейеүҙәре менән даими шөғөлләнһәң, артыҡ килограмдар хаҡында борсолмаҫҡа ла була.


Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бейеү менән шөғөлләнеү – хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тигән һүҙ. Был хаҡта белгестәр әйтә. Улар шулай уҡ бейеүҙең кеше организмында бәхет гормонын – эндорфинды – барлыҡҡа килтереүе хаҡында бәйән итә.


Бейеүҙәргә тәбиғәттә булған ритм хас. Бынан тыш, һәр кемдең үҙ биоритмы бар икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Бейеү менән шөғөлләнгән­дәр йәшәү ритмынан “төшөп ҡалмай”, тормош даръяларында ла юғалмай, киреһенсә, уларҙың сәләмәтлеге нығына, рухи йәһәттән сыныға. Шуға ихлас күңелдән төрлө бейеүҙәр, шул иҫәптән спортҡа ҡағылышлылары менән шөғөлләнегеҙ һәм һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ. Үткәндәр тураһында уйланып, киләсәккә уй-хыялдар ҡорған­да, бөгөн, әлеге ваҡытта, тулы ҡанлы тормош менән йә­шәү зарур икән­леген онотмайыҡ!


Стрейчинг


Стрейчинг – аэробиканың бер тө­рө. Уның менән ололар ҙа, кеселәр ҙә шөғөлләнә ала. Был спорт төрө менән даими шө­ғөл­ләнеү һөҙөмтәһендә ҡан әйлә­неше яҡшыра, мускулдар нығы­на. Стрейчинг та артыҡ тән ауырлығынан ҡо­то­лорға ярҙам итә. Тағы ул организмда мат­дәләр алмашыныуын тиҙләтеү өсөн яҡшы.


Стрейчинг нимә өсөн кә­рәк һуң? Иң тәү сиратта ул йәш­лекте оҙайтыу һәм тән һы­ғыл­малылығын һаҡлап ҡалыу өсөн файҙалы. Ә был – ҡатын-ҡыҙ­ҙар өсөн бик кәрәк сифат. Өҫ­тәүенә, был спорт төрө ме­нән даими шөғөллән­гәндәр хатта 50 йә­шендә лә йоганың бик ауыр позаларын эшләй алыу мөмкин­легенә эйә.


Йогалатес


Һуңғы ваҡытта йогалатес иң популяр спорт күнекмәләренең береһенә әүерелде. Спорттың был йүнәлеше гүзәл заттар өсөн бигерәк файҙалы, ти белгестәр. Йога – физик һәм рухи йәһәттән камиллашыуға йүнәлтелгән боронғо һинд мето­дикаһы ул. Пилатес – төрлө ыңғай хис-тойғолар, ял итеү ярҙамында һомғол буйлы булыу өсөн махсус сис­тема. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр йыш ҡына төрлө көсөргәнештәргә дусар була һәм тиҙ арыусан. Ошо ваҡытта йогалатес ярҙамға килә: ул йомшаҡ хә­рә­кәттәрҙән тора. Был күнекмәләр дөрөҫ тын алыуға ла йү­нәлтелгән. Һөҙөмтәлә улар үпкә һәм диафрагма үҫешенә булышлыҡ итә. Тағы йогалатес үҙ-үҙеңә ышаныу той­ғоларын арттыра. Ә был беҙгә, гүзәл заттарға, бик кәрәк һыҙат.


Йөҙөү


Йөҙөүҙең иң файҙалы спорт төрө икәнлеге хаҡында беләһегеҙме? Һыуҙа балыҡтай кинәнеү үҙеңде яҡшы формала тотоу өсөн кәрәк. Бындай күнегеүҙәр арҡа өсөн дә файҙалы. Өҫтәүенә, ул целлюлитҡа ҡаршы көрәшеү һәм мускулдарҙы нығытыу өсөн шәп. Тренажер залында бер сәғәт эсендә 500 тирәһе калорийҙан ҡотолһағыҙ, ошо уҡ ваҡыт эсендә йөҙөү менән шөғөлләнеү 653 калорийҙы юҡ итәсәк.


Гимнастика


Көн һайын иртән физик күнекмәләр эшләү тәүлек әйләнәһенә көс тупларға ярҙам итә. Әйткәндәй, ҡытайҙар һәр иртә физик күнекмәләр эшләргә ярата. Был илдәге парктарҙа ла гимнастиканың төрлө төрө менән шөғөлләнгән кешеләр төркөмөн күрергә мөмкин.


Иртәнге гимнастиканы даими эшләү организмда ҡан әй­ләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшыр­та, токсиндарҙы сығара һәм шат­лыҡ, бәхет гормоны булған эндор­финдың эшләнеүен тиҙләтә, иғтибарлы­лыҡты арттыра, стреслы хәл­дәрҙән сығырға ярҙам итә. Әммә бындай күнегеүҙәр ябай һәм еңел булырға тейеш. Юғи­һә йоҡонан уянып бөтмәгән организм­дың көсөргәнеш кисе­реүе ихтимал.


Шуны онотмағыҙ: иртәнге гимнастика күңелегеҙҙә ҡәнә­ғәт­ләнеү тойғоһон ҡалдырырға тейеш. Хэл Элрод үҙенең тотош донъяға билдәле “Иртә магияһы” тигән китабында 21 көндө үтеп, 30-сы көнгә барып еткәс, кешелә ошо ғәҙәттең бар­лыҡҡа килеүен раҫлай. Ошо ваҡыттан һуң организм еңел генә йоҡонан уянасаҡ. Шулай итеп, иртәнге зарядкаға ҡара­шы­ғыҙ ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Был күнекмәләр әүҙем тормош алып бармағандар өсөн биге­рәк кәрәк.


Гимнастика оҙайлылығы яр­ты сәғәттән артмауы зарур. Өҫ­тәүенә, күнекмәләрҙе башлар алдынан йөрәк һәм ҡан та­мыр­ҙары эшмәкәрлеген нор­мал­ләштереү өсөн бер стакан һыу эсергә тәҡдим итә белгес­тәр. Гимнастика алдынан улар ашар­ға кәңәш итмәй. Иртәнге ашты гимнастиканан һуң 20 минут үткәс, тамаҡ ялғау яҡшы икән.


Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошоно күҙ уңында тотоп, сәлә­мәт, тулы ҡанлы тормош алып барайыҡ, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, сәләмәтлектә һәм шатлыҡта ғына йәшәйек, гүзәл заттар! Етеп килгән байрамыбыҙ тормошобоҙҙо тағы ла йәмләһен һәм барлыҡ уй-маҡсаттарығыҙ тормош­ҡа ашһын!





Читайте нас