Сәләмәт булайыҡ
5 Март 2021, 12:00

Һылыуҙар битлеген систе!

Медицина битлектәре һәм чумаға ҡаршы костюмдар аҫтында көнө-төнө хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәй һылыу икәнен күрҙегеҙме?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Дүртөйлө районы дауаханаһында Матурлыҡ конкурсы үтте. Ниһайәт, һылыуҙар йыл буйына битлек аҫтына йәшергән алсаҡ йөҙҙәрен халыҡҡа асты. Төп титул өсөн көрәштә 12 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты.
-Медицина битлектәре һәм чумаға ҡаршы костюмдар аҫтында көнө-төнө хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәй һылыу икәнен күрҙегеҙме? Донъя подиумдарын яуларлыҡ барыһы ла. Ҡыйыуҙар, ихластар, сабырҙар! Эпидемияның иң ҡатмарлы мәлендә улар алғы һыҙыҡта булды. Сәләмәтлектәрен һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙам итте, әле лә төшөнкөлөккө бирелмәй хеҙмәт итә, - ти дауахананың баш табибы Айрат Рәхмәтуллин.
Жюриға үҙҙәрен лайыҡлы тотҡан һылыуҙар араһынан иң-иңдәрен һайлауы еңел бирелмәне. Береһенән-береһе сибәр, заманса матур модалы күлдәктәр кейгән, ижади конкурстарҙа һынатмаған ҡатын-ҡыҙҙар бары һоҡланыу ғына тыуҙырҙы. Иң төп призды табип-стоматолог Юлиә Шәрәфетдинова яуланы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас