Сәләмәт булайыҡ
6 Март 2021, 14:10

Баймаҡта - сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө

Гүзәл заттар өсөн майҙансыҡтарҙа төрлө тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Был көндәрҙә һәр ерҙә - байрам кәйефе, яҙ һулышы. Байрам көнө алдынан Баймаҡ ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө" тип аталған матур сара ойошторолдо. Гүзәл заттар өсөн матурлыҡ һәм ижад, тәмле ризыҡ һәм һаулыҡ, бәхетле ғаилә һәм башҡа төрлө майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға диспансеризация, флюорография, маммография үтеү, табип-терапевтҡа күренеү мөмкинлеге булды.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә барлыҡ гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:
"Баймаҡта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан "Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлек һәм матурлыҡ көнө" үтә. Майҙансыҡтарҙа төрлө тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Матурлыҡ һәм ижад, тәмле ризыҡ һәм һаулыҡ, бәхетле ғаилә һәм башҡа бик күп биләмәләр буш булманы. Нәҡ ошонда ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең тормошон уңышлы һәм гармониялы итәсәк тип таптылар".
Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас