Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны йәнә 134 кешегә артты, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пандемия осоронда был сирҙе эләктергәндәрҙең дөйөм һаны 29 393-кә етте.
Әлеге көндә дауаханаларҙа 134 пациент дауалана, 13 ауырыу ауыр хәлдә, етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 5 071 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 24 сәғәт эсендә үлем осраҡтары тағы өсәүгә артҡан. Шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны республикала 293-кә етте. Пневмония диагнозы һуңғы тәүлектә 174 ауырыуға ҡуйылған һәм 167 кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 11 022 кешенең сирҙе эләктереүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 441 ауырыуҙың ғүмере өҙөлөүе билдәле. Илдә эпидемиологик хәл бер ни тиклем тотороҡланғандай тойолһа ла, әлегә тынысланырға урын юҡ. Вирустың беҙҙе ташлап китергә иҫәбе булмауын көн дә сирҙе йоҡторғандарҙың артыуынан, ауыр хәлдәге ауырыуҙар кәмемәүенән күреп торабыҙ. Санитария-гигиена талаптарын үтәүҙең әүәлгесә көн талабы, битлек режимын һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ, иҫән-һау булығыҙ!