Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын 131 кеше йоҡторғанлығы асыҡланған, тип хәбәр итә федераль оператив штаб. Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар һаны 29 524-кә етте. Үлем күрһәткестәре лә артҡан, 24 сәғәт эсендә йәнә дүрт ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары һаны республикала 297 кеше тәшкил итә. Медицина күҙәтеүе аҫтында биш меңдән ашыу ауырыу дауалана.
Рәсәй табиптары күҙаллауҙарына ҡарағанда, яҙ урталарында вирустың әүҙемләшеүе көтөлә. Евгений Тимаковтың әйтеүенсә, былтыр сирләгәндәрҙең яңынан ауырып китеүе ихтимал, өҫтәүенә миҙгелгә хас ауырыуҙарҙың баш күтәреүе мөмкин. Ҡыштан һуң иммунитеттың ҡаҡшауы ла билдәле. Май аҙаҡтарында ғына сир осраҡтарының аҙайыуы мөмкин, тип иҫәпләй Тимаков. Вирустың таралыуы бер аҙ тотороҡланғандай тойолһа ла, вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәнсегә тиклем сикләү сараларын теүәл үтәү мөһим.