Сәләмәт булайыҡ
9 Март 2021, 13:30

Оҙаҡ йәшәүең үҙеңдән тора

"Алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 50 проценты үҙебеҙҙән тора, 20 проценты – медицинанан, 30 проценты – генетика һәм башҡа сәбәптәрҙән".

Билдәле булыуынса, быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы иғлан ителде. Был йәһәттән төбәк етәксеһе төп маҡсат тип үлем осраҡтарын кәметеүҙе атағайны.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән опратив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быға ҡағылышлы проект тәҡдим итте. Ул диспансерлаштырыуға нигеҙләнә, ваҡытында профилактика үткәреү һәм хәлде анализлау мөмкинлеген бирәсәк.
"Росстат" мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда былтыр үлемдең дөйөм коэффициенты 23,1 процентҡа, үлгәндәр һаны 10729 кешегә йәки 21,8 процентҡа үҫкән. Дөйөм күрһәткес буйынса республика илдә – 39-сы һәм Волга буйы федераль округында дүртенсе урында.
Максим Забелин белдереүенсә, былтыр кешеләр башлыса ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре (36,5 процент), тын алыу ағзалары сирҙәре (13,4 процент), яңы барлыҡҡа килгән шештәр (11,6 процент) һәм башҡа сәбәптәрҙән (6,5 процент) үлгән. Инфекция һәм паразитар сирҙәр өлөшөнә үлемдәрҙең 1,5 проценты, башҡа сәбәптәргә 30,5 процент тура килә.
– Беҙ алдыбыҙға бик ҙур маҡсат ҡуябыҙ – 2030 йылға “80+ илдәре клубы” на инеү. Әлеге ваҡытта дәүләт халыҡты үҙ һаулығына мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Тик артабан – һәр кемдең эше. Алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 50 проценты үҙебеҙҙән тора, 20 проценты – медицинанан, 30 проценты – генетика һәм башҡа сәбәптәрҙән. Шуға күрә оҙон һәм сәләмәт йәшәү башлыса үҙебеҙгә бәйле, – тине Максим Забелин.
Шулай итеп, үлем осраҡтарын - инфекцияға ҡарамаған сирҙәрҙе кәметеү, шул иҫәптән балалар үлемен кәметеү - 7965 ғүмерҙе һаҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Инфекция сирҙәренән үлемде кәметеү 535 ғүмерҙе һаҡлаясаҡ. Үлемдең дөйөм коэффициенты йыл аҙағына тиклем 14,1 процентҡа кәмергә тейеш.
Дөйөм алғанда, планда 100 сара тора. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар үлемен кәметеү буйына айырым план әҙерләгән, ул 31 мартҡа тиклем килешеү этабын үтә.
Быйыл 939058 кеше өсөн диспансерлаштырыу үткәреү күҙаллана. Ковид менән сирләгән бөтә кешеләр ҙә диспансер күҙәтеүе аҫтына алынасаҡ.
Медицина тикшереүҙәрен 83 дауахана һәм поликлиника үткәрәсәк. Ауылда йәшәгәндәр өсөн 19 апрелдән алып “һаулыҡ автопоездары” йөрөй башлаясаҡ. Был эшкә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар ҡушыласаҡ, күсмә флюорографтар һәм маммографтар индереләсәк.
Читайте нас