Сәләмәт булайыҡ
9 Март 2021, 09:30

Урындар һаны ҡыҫҡартыла

Пневмония менән сирлеләр арта, ОРВИ менән грипп йоҡтороу кимәле кәмей.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлдәр менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлектә был сирҙе 133 кеше йоҡторған. Дөйөм алғанда республикала 29790 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған.
Дауаханаларҙа 270 кеше ята, уларҙың 29-ы ауыр хәлдә. 5246 кеше еңел формала өйҙәрендә дауалана. Максим Забелин белдереүенсә, һуңғы айҙарҙа ковид сирлеләр өсөн дауаханаларҙағы урындар һаны кәмегәндән-кәмей бара. Әлеге ваҡытта 2068 урын ҡалған. Улар 87 процентҡа тултырылған.
Коронавирус менән сирләү бер ни тотороҡлана башлаған кеүек булһа ла, пневмония менән сирләү арта. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 101 процентҡа артҡан. Бында һүҙ халыҡтың 100 меңенә тура килгән осраҡтар тураһында бара. Шул уҡ ваҡытта ОРВИ һәм грипп менән сирләү осраҡтары 20 процентҡа кәмегән.
Коронавирустан прививка яһатыуға килгәндә, 9 мартҡа ҡарата вакцинаның беренсе һәм икенсе компонентын 46 мең кеше эшләткән. Беренсе компонентты 100 мең кеше һалдырған.
Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостан коронавирустан барлығы 122592 доза вакцина алған. Вакцина яһатыу буйынса 11 пункт эшләй, улар араһында мобилдәре лә бар. Байрам көндәрендә генә прививканы 6422 кешегә ҡаҙағандар. Был аҙнала йәнә бер партия вакцина көтөлә.
Радий Хәбиров 65 йәштән өлкәндәргә вакцина яһатыу эшен көйләргә һәм был эшкә ошо категориянан күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә ҡушты.
Читайте нас