Сәләмәт булайыҡ
10 Март 2021, 16:30

Андрей Иванюта прививка эшләтте

Белорет районы хакимиәте башлығы ни өсөн бындай ҡарарға килгән?

Илдә ковидҡа ҡаршы прививка эшләү дауам итә. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла ҡала поликлиникаһына барып вакцина яһатҡан.
"Былтыр сентябрҙә COVID-19 менән ауырыным. Әле антиесемдәр кимәле кәмегән, яңынан ауырыу хәүефе арта. Шуға ла прививка эшләтергә кәрәк тип иҫәпләйем", – ти ул.
Белорет районында коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны Белорет ҡала поликлиникаһында, Әүжән, Инйәр, Туҡан, Тирлән участка дауаханаларында яһатырға мөмкин. Ул бөтә ерҙә лә бушлай эшләнә.
Фото: скриншот.
Читайте нас