Сәләмәт булайыҡ
10 Март 2021, 10:00

Оператив штаб ҡарар ҡабул итте

Ура! Мәҙәниәт һәм спорт тормошо тулы кимәлдә гөрләйәсәк.

Бөгөн, 10 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр республикала коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе. Унда халыҡтың сирләүе осраҡтарын кәметеү буйынса сараларҙы тикшерҙеләр һәм санитар-эпидемиологик сикләүҙәр шарттарында иҡтисад һәм социаль тармаҡтарҙың артабанғы эшмәкәрлеге тураһында һүҙ булды.
Әлеге эпидемиологик хәлде иҫәптә тотоп, Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары эшмәкәрлеген элекке форматҡа ҡайтарырға тәҡдим итте. Айырып алғанда, бынан ары теарт-концерт ойошмалары, кинозалдар һәм мәҙәниәт йорттары 100 процент тамашасыларҙы ҡабул итеп эшләй аласаҡ. Республика һәм дөйөм Рәсәй кимәлендәге спорт ярыштарын да тамашасылар урындарын сикләмәй үткәрергә ярай.
Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлектең төп талаптары үҙгәрешһеҙ ҡала. Был – битлек режимын үтәү һәм социаль дистанция, биналарҙы санитар эшкәртеү. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, хәлдәр насарланып китһә, дауаханалар тиҙ арала инфекция урындарын арттырырға әҙер торорға тейеш.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы эксперттары тәҡдиме буйынса, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимын 2021 йылдың 25 мартна тиклем оҙайтырға тигән ҡарар ҡабул итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас