Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Март 2021, 12:15

Бөйөр менән шаярырға ярамай

Бөгөн Бөтә донъя бөйөр көнө билдәләнә. Бөйөрҙө һаҡлау өсөн нимә эшләргә, нисек гемодиализға барып етмәҫкә?

Йыл һайын марттың икенсе кесаҙнаһында бөтә донъяла Бөйөр көнө билдәләнә. Башланғыстың авторҙары – Нефрологтарҙың халыҡ-ара берләшмәһе һәм Бөйөр фондтарының халыҡ-ара федерацияһы. Тәүге тапҡыр был сара 2006 йылда уҙғарылған.
Бөйөр сирҙәре киң таралған, сәләмәтлек өсөн хәүефле, әммә улар менән уңышлы көрәшеп була. Һәр унынсы кешенең бөйөрҙәргә бәйле теге йәки был проблемаһы бар, ҡайһы бер осраҡтарҙа ошо йүнәлештәге сир үлемгә лә килтереүе ихтимал. Шуға күрә бөйөрҙәрҙең организмдағы ролен тейешенсә баһалаһаҡ ине.
Табип-нефролог, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының нефрология бүлеге мөдире, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш нефрологы Альбина Илфат ҡыҙы МУСИНА бөйөрҙәргә бәйле сирҙәр хаҡында түбәндәгеләрҙе белдерҙе.
Әйтеүенсә, уларҙың бүлегенә сирлеләр йышыраҡ осраҡта бөйөрҙәге елһенеү менән эләкһә лә, иң тәүҙә тап ошо хәлгә килтергән төп сәбәпте билдәләү зарур. Бында иһә организмдың бөтөнләй башҡа ағзаларындағы сирҙәр асыҡланыуы ихтимал.
Табип әйтеүенсә, ҡанда креатинин миҡдары күтәрелгән икән, был бөйөрҙә проблема барлығын күрһәтә. Бөйөрҙәр иһә тап елһенеү арҡаһында ауырта, ҡайһы бер осраҡта был тән температураһы күтәрелеүенә килтерә, ҡан һәм бәүел анализында лейкоциттарҙың һәм эритроциттарҙың артыуы, аҡһым кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Бөйөр тирәһе ауыртып та, бәүел анализы һөҙөмтәһе яҡшы икән, тимәк, бөйөрҙә үҙгәрештәр юҡ, ауыртыу сәбәбен башҡа урындан эҙләргә кәрәк.
Ә бөйөрҙәр нисек сирләй тиһегеҙме? Табип әйтеүенсә, киҫкен елһенеү башланған осраҡта бил тирәһендә ауыртыу башлана. Белгес анализдар менән бергә, тышҡы билдәләр буйынса ла сирҙе билдәләүе ихтимал: мәҫәлән, бер ҡулды бил тәңгәленә ҡуйып, икенсеһе менән уға бер аҙ һуҡҡыслап ала. Ауырта икән – елһенеү бар, тигән һүҙ.
Альбина Мусина йыш таралған пиелонефрит сиренең үҙенсәлектәре хаҡында ла бәйән итте. Әйтеүенсә, ныҡ итеп өшөгәндә түбәнге бәүел юлдарында инфекция үрсеүе, уның артабан организмға үтеп, киҫкен пиелонефрит барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Ғөмүмән, тап цистит, уретрит кеүек бәүел юлдары сирҙәре йыш осраҡта пиелонефрит тыуҙыра.
Нефрологтар шөғөлләнгән төп патология – бөйөрҙәрҙең хроник сирҙәре. Улар гломерулонефрит, шәкәр диабеты, артериаль гипертензия, нәҫелдән күсә килгән бөйөр патологиялары, генетик сирҙәр, бәүел юлында тыумыштан булған тайпылыштар, ревматологик сирҙәр, ауырлы ҡатындарҙың бөйөр патологиялары нигеҙендә хасил була.
Әгәр терапевт кешенең ҡан анализында креатинин һәм һыҡрыҡса кимәле юғары, бәүел анализында аҡһым һәм эритроцитар булыуын һәм башҡа мөһим билдәләрҙе асыҡлаһа, ул кисекмәҫтән пациентты нефрологка йүнәлтә.
Бөйөрҙәр менән шаярырға ярамай: уның эшмәкәрлеге түбәнәйеүе, етешмәүсәнлеге бик ауыр күренешкә – гемодиализға килтереүе ихтимал. Табиптар ошо ағзаға бәйле сирҙәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп дауаларға кәңәш итә.
Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, тән ауырлығын, ҡан баҫымын даими күҙәтеп тороу, бөйөр өсөн үтә зарарлы булған токсик матдәләрҙе – ауырытыуҙы баҫҡан препараттарҙы, антибиотиктарҙы һирәк һәм үтә кәрәкле осраҡтарҙа ғына ҡулланыу бөйөр эшмәкәрлеген тейешле кимәлдә һаҡларға ярҙам итә.
Әгәр пациентта артериаль гипертензия йәки шәкәр диабеты бар икән, был бөйөр паологияһына килтереү ихтиамаллығын арттыра. Шуға ла уларға йылына бер тапҡыр булһа ла анализдар тапшырып, организм торошон тикшереү, глюкоза, холестерин, креатинин кимәлен белеп тороу зарур.
(Табип һәм уның эшмәкәрлеге хаҡындағы тулыраҡ материалды гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.)
Фото: геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас