Ошо көндәрҙә "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһында ковид-19 вирусына ҡаршы берҙәм рәүештә вакцина яһатыу башланды. Прививка яһатырға теләүселәрҙе Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында ҡабул итеү ойошторолған, уларға Гам-Ковид-Вак ("Спутник V") вакцинаһы һалына.
Прививка эшләтер алдынан һәр эшсе табип-терапевт күҙәтеүен үтә, уның сире асыҡланһа, һалдырырғамы, юҡмы икәнлеге етди өйрәнелгәс генә табип ҡарар сығара. Вакцина теләгән хеҙмәткәрҙәргә генә эшләнә. Ул ирекле һәм бушлай. Коронавирустан вакцинациялауҙың тәүге этабын хеҙмәткәрҙәрҙең 10 проценты үткән, әле киләһе этабы көтөлә.
- Вакцина һалдырыуҙан ҡурҡырға ярамай, киреһенсә, ул ауырыуҙан һаҡлай һәм вирустың таралыуын туҡтатырға булышлыҡ итә, - ти Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин. - Бөгөн райондың 60 проценттан ашыу халҡын вакцинациялау бурысы тора.
Район халҡы менән бер рәттән төбәктәге тау сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре лә коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыуға әүҙем ҡушылған. Хәйбуллаға бөтәһе 480 доза вакцина килтерелгән, 369 кеше прививка яһатҡан. 80 доза вакцина Бүребай ауылына һәм "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" эшселәренә ебәрелгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ вакцинациялауҙың мөһимлеген аңлай башлаған һәм үҙҙәре теләп прививка эшләтергә яҙыла, үҙенең һаулығына һәм шулай уҡ яҡындарының сәләмәтлеге өсөн яуаплы ҡарай.
Фото: "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" сайтынан.