Сәләмәт булайыҡ
12 Март 2021, 08:29

Йолоп алып ҡалдылар...

Пандемия ипкене әле булһа арабыҙҙа: ошо хаҡта редакцияға килеп торған хат-сәләмдәр ҙә иҫкәртә. Мәҫәлән, сираттағы яҙманы беҙгә Зөлфирә Әйүпова ебәргән. Ул Дәүләкән районында йәшәй, Ивангород ауылында мәктәп мөдире, тәжрибәле педагог. Ҡәһәрле сир уны баш ҡала дауаханаһына килтереп еткергән: Зөлфирә ханым баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдә коронавирус инфекцияһынан дауаланған.

Пандемия ипкене әле булһа арабыҙҙа: ошо хаҡта редакцияға килеп торған хат-сәләмдәр ҙә иҫкәртә. Мәҫәлән, сираттағы яҙманы беҙгә Зөлфирә Әйүпова ебәргән. Ул Дәүләкән районында йәшәй, Ивангород ауылында мәктәп мөдире, тәжрибәле педагог. Ҡәһәрле сир уны баш ҡала дауаханаһына килтереп еткергән: Зөлфирә ханым баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдә коронавирус инфекцияһынан дауаланған. Уның яҙмаһында ошондай юлдар бар:


“Әйтәһе түгел, “пандемия”, “коронавирус” һүҙҙәрен һуңғы йылда йыш ишеттек. Телевизорҙан, матбуғат сараларынан ҡарап-ишетеп, уның ауыр үткән сир икән­ле­ген белә инек кеүек, әммә ысынбарлыҡта барыһы ла көтмәгәндән дә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Ундайҙы күҙ алдына ла килтерә алмағай­ным.
Сирләп китеп, көндән-көн хәлем хөртәйә барғас, Дәү­ләкән район дауаханаһына мөрәжәғәт иттем. Мине шунда һалдылар, әммә тиҙҙән баш ҡалаға, Дим биҫтәһендә урынлашҡан ковид-госпи­талгә оҙаттылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүҙә мин төшөнкөлөккә бирелдем, сәләмәт­легем өсөн генә түгел, ғүме­рем өсөн дә борсола инем. Әммә дауахана тупһаһын атлап үткәс тә, күңелгә йылылыҡ инде, хеҙмәткәр­ҙәрҙең етеҙлеге, аныҡлығы, берҙәмлеге хайран итте.
Ысынлап та, бында шул тиклем ҙур, татыу команда эшләй. Кемделер айырып билдәләүе лә ауыр: һәр кем – санитарҙан, шәфҡәт туташынан башлап табиптарға тиклем – эшен тейешенсә, еренә еткереп башҡара. Палаталарҙа йылы, таҙа, ваҡытында санитар эшкәр­теү үткәрелеп тора. Аш-һыуға ла зарланырлыҡ тү­гел: бик тәмле бешерәләр, иң мөһиме – уны йылы, тәмле килеш сирлеләргә таратып өлгөрәләр. Был минең генә фекерем түгел: 7-се палатала эргәмдә ятҡан һәр ҡатын быны раҫлай ала.
Дөрөҫөн әйткәндә, коронавирус инфекцияһы миңә тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға булыш­лыҡ итте. Әгәр ҙә әлеге табиптар, шәфҡәт туташтары булмаһа, ошо юлдарҙы яҙып ултырыр инемме бөгөн?
Ғөмүмән, ысын йөрәктән ковид-госпиталдең барлыҡ медицина һәм хеҙмәтлән­дереүсе персоналына оло рәхмәтемде еткерәм. Һәр табип – ҡаһарман! Бер нимәгә ҡарамаҫтан (ә сирлеләр шун­дай күп; хәлдәре төр­лөсә; һаҡлаусы костюмда эшләү, тын алыу ҙа еңел түгел), улар һәр сирленең хәлен яҡшыртыу, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй. Дарыуҙар, таблетка-уколдар менән генә дауалап ҡалмайҙар, изге күңелдәре, йылы һүҙҙәре, иғтибарҙары менән дә кеше­ләрҙе һауығыу юлына сыға­ралар.
Табиптар, шәфҡәт туташтары һәр кеше өсөн көрәшә – был һис тә арттырыу түгел. Бер кемде лә бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдыр­май­ҙар. Донъянан ваз кисеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирел­гән минуттарҙа ла, ҡанат­тарҙы һындырмайҙар, алға, һауығыуға табан барырлыҡ дәрт-дарман өҫтәйҙәр. Мең рәхмәт һеҙгә!
Ә пациенттар буйынса обход нисек үтә! Палатаға дауалаусы табиптар менән бергә баш табип Фәнил Шәмиғолов үҙе лә мотлаҡ инеп сыға, һәр кемдең хәлен белешә, иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә. Был – һирәк күренеш. Тимәк, баш табип пациенттар өсөн яна-көйә, борсола, тигән һүҙ. Уның командаһында фәҡәт профессионалдар эшләй: медицина хеҙмәте начальнигы Сергей Чакранға, бүлек мөдире Артур Мөхәмәтовҡа, табиптар Эльдар Досҡа, Руслан Күсәевкә, медицина хеҙмәткәре Александр Оси­повҡа һәм барлыҡ шәфҡәт туташтарына, хеҙмәт­лән­де­реүсе персоналға мең рәх­мәтемде еткерәм, иң изге теләктәрҙә ҡалам. Тап ошо кешеләр минең ише сир­ле­ләргә икенсегә ғүмер бүләк итә, иң ауыр хәлдәгеләрҙе лә ҡотҡара. Ғөмүмән, ваҡы­тында тап ошо дауаханаға эләгеүемә шатмын.
Юғары һөнәри оҫталыҡ­тары, кешелекле булыуҙары, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ошо кешеләр иң юғары наг­ра­даға лайыҡ, минеңсә. Пандемия осоронда тап ошо бел­гестәр алғы һыҙыҡта ҡа­ла һәм беҙҙең ғүмер һа­ғында тора, – тип яҙған беҙгә Зөл­фирә Вәғиз ҡыҙы Әйүпова.
Уның һүҙҙҙәренә ҡушы­лып, үҙегеҙҙе һәм яҡында­рығыҙҙы һаҡлағыҙ, санитар-эпидемиология талаптарын үтәгеҙ, тип әйтке килә. Сир-бәләләр ишектәрегеҙҙе урап үтһен!
Читайте нас