Халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып, уларҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы иммунитет булдырыу маҡсатында республика халҡына вакцина яһау бара.
Ошо маҡсаттан сығып, Өфөлә прививка эшләтеү өсөн мобиль пункт асыла. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында урынлашасаҡ (адресы - Ленин урамы, 5/1). Мобиль пункт 15 мартта асыла. Эш көндәрендә 15.00 - 20.00 сәғәттәрҙә килергә мөмкин. Прививка яһатырға теләгәндәргә бар шарттар булдырылған. Уларға Гам-Ковид-Вак ("Спутник V") вакцинаһы һалына. Уколдан һуң 30 минут мотлаҡ күҙәтеү аҫтына буласаҡтар.
Мобиль пункт тейешле туңдырыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған, Гам-Ковид-Вак ("Спутник V") вакцинаһы махсус медицина инструкцияһына ярашлы һаҡлана. Прививка яһатырға теләгәндәргә алдан яҙылыу талап ителмәй, уларҙы "тере" сират буйынса ҡабул итеү ойошторола. Үҙең менән паспортыңды алырға, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкалау полисын һәм СНИЛС-ты күрһәтергә кәрәк. Медицина хеҙмәткәрҙәре вакцинациялауҙың нисек буласағын аңлата, тикшерә, прививка яһатырға теләгән кешегә уны һалдырырғамы-юҡмы икәнлеген етди өйрәнә. Шунан ғына табип ҡарар сығара. Вакцина эшләткән кеше артабан 30 минут арауығында күҙәтеү аҫтында була. Аҙаҡ уның хаҡында бөтә белешмәләр вакцина алғандарҙың федераль регистрына индерелә.
Вакцина теләгән кешеләргә генә эшләнә. Ул ирекле һәм бушлай. Үҙ сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!