Бөгөн Ишембай ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры В. Новожилов иҫтәлегенә XXXI традицион саңғы марафоны үтә.
Сараны Башҡортостандың Саңғы уҙышы федерацияһы һәм Ишембай районы хакимиәте ойоштора. Шулай уҡ уны үткәреүҙә атаҡлы тренерҙың тәрбиәләнеүселәре бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Был марафон саңғы спортын һөйөүселәр араһында киң танылыу алған. Бөгөн дә йөҙәрләгән спортсы йәшенә тейешле арауыҡта көс һынаша. Мәҫәлән, 2010 һәм унан бәләкәйерәктәр тәүгеләрҙән булып стартҡа баҫты, уларға биш саҡрым арауыҡты үтергә тура киләсәк. Артабан 10, 15, 20, 25 һәм 30 саҡрым дистанцияла көс һынаясаҡтар.
Марафон Ишембайҙағы 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙа. Әйткәндәй, бындағы саңғы трассаһы бер ҙә буш тормай, аҙна һайын тиерлек йә саңғы, йә биатлон һөйөүселәрҙе ҡабул итә. Быйыл - республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ул тағы ла йәнләнде.