Сәләмәт булайыҡ
14 Март 2021, 05:15

Күмертау дауаханаһында – яңы ҡорамал

"Аппарат ярҙамында диагноз ҡуйыу күпкә еңелләште. Ҡорамал ағзаларҙы бөтә нескәлегендә ҡарау, тикшереү мөмкинлеген бирә".

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.
Программа һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙе, медицина ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуҙы, уларҙы яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге проектта Күмертау дауаханаһы ла ҡатнашты. Учреждениеға эксперт класлы заманса ультратауыш аппараты алынды. Ҡорамалдың хаҡы 7,4 миллион һум.
"Аппарат ярҙамында диагноз ҡуйыу күпкә еңелләште. Ҡорамал ағзаларҙы бөтә нескәлегендә ҡарау, тикшереү мөмкинлеген биргәнгә күрә, пациенттың әүәлге ультратауыш тикшереүе һөҙөмтәләрен әлегеһе менән сағыштырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, – тине медицина ойошмаһының баш табибы Олег Астахов. – Әйткәндәй, яңы аппаратта эшләгән белгес махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан".
Әле ультратауыш аппараты тест үткән һәм файҙаланыла башлаған.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас