Сәләмәт булайыҡ
16 Марта 2021, 13:44

Таныш булығыҙ: “КовиВак”!

Рәсәйҙә коронавирустан өсөнсө вакцинаның теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был яңы эшләнмә М.П. Чумаков исемендәге федераль иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшеренеүҙәр ғилми үҙәгенеке. Ул ошонан алда COVID-19 сиренә ҡаршы етештерелгән ике вакцина кеүек теркәлде. Был ниндәй вакцина, тәүге икәүһенән ниндәй үҙенсәлектәре менән айырыла?

Рәсәйҙә коронавирустан өсөнсө вакцинаның теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был яңы эшләнмә М.П. Чумаков исемендәге федераль иммунобиологик препараттар әҙерләү һәм тикшеренеүҙәр ғилми үҙәгенеке. Ул ошонан алда COVID-19 сиренә ҡаршы етештерелгән ике вакцина кеүек теркәлде. Был ниндәй вакцина, тәүге икәүһенән ниндәй үҙенсәлектәре менән айырыла?


Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғында әйтеүҙәренсә, яңы вакцина классик технология буйынса эшләнгән һәм ул әүҙемлеге юҡҡа сығарылған, йәғни “үлтерелгән” SARS-CoV-2 вирусынан тора.
– Классик ысул менән вакцина етештереү өсөн вирусҡа ҡаршы эшләйәсәк вирус­тың үҙен бүлеп сығарырға кәрәк. Ә бының өсөн ошо вирусты алыу оҫталығы талап ителә, ул лаборатория шарттарында йәшәһен өсөн үрсетергә кәрәк, – тип яңы вакцина менән таныштырҙы Үҙәктең генераль директоры Айҙар Ишмөхәмәтов “Российская газета” хәбәрсеһенә биргән интервьюһында. – Вакцина етеш­тереүҙең тағы ике варианты бар. Ҡайһы берҙәрендә көсһөҙлән­дерелгән тере вирусты ҡулла­налар. Мәҫәлән, ошондай юл менән полиомиелитҡа ҡаршы вакцина уйлап табылған.
Икенсе вариант – үлтерелгән йәки әүҙемлеге бөтөрөлгән вирусты ҡулланыу, әммә уның антиген үҙенсәлектәрен һаҡлауы шарт. Был вакцинаны индергәндә организм вирустың антиген составын таный, хәтерендә ҡалдыра һәм киләсәктә уның менән осрашҡанда “көрәшкә” әҙер тора.

Ғалим шулай уҡ нигеҙ итеп ниндәй вирусты һайлауҙарын да һөйләгән. Тикшеренеүселәр, төрлө ауырыуҙарҙан алынған вирустарҙы өйрәнеп, нигеҙ өсөн бер пациенттың вирусын алырға булған. Әйтеүҙәренсә, тап ошо төр теремеклеге һәм айырым мөхиттә тиҙ үрсеүсәнлеге менән айырылған. Был технология фән донъяһында күптән билдәле.
“Спутник V” вакцинаһы кеше өсөн хәүефһеҙ булған вирустан етештерелә. ”ЭпиВакКорона” – илдә икенсе булып теркәлгән вакцина, коронавирустың яһалма синтезланған пептидтарынан (аҡһымдарынан) тора. Вакцинала пептидтарҙың өс төрө файҙа­ланылған, шулай уҡ компоненттар организмға үтеп инһен өсөн йөрөтөүсе-аҡһымдар һәм ярҙамсы матдәләр ҡулланылған. Прививка яһатҡан кешенең иммун күҙәнәк­тәре был пептидтарҙы таный һәм уларға ҡаршы антиесемдәр барлыҡҡа килтерә.
“КовиВак” вакцинаһын тикше­реүҙәр былтыр Новосибирск, Санкт-Петербург, Киров ҡала­ларында үтте. Клиник һынау­ҙарҙың өсөнсө фазаһы ошо йылдың мартына планлашты­рылған, унда өс мең кеше ҡатнашасаҡ. Прививка ике аҙна интервал менән ике тапҡыр яһала. Кире реакцияларҙың вакцинация­ланғандан һуң тәүге өс көндә күренеүе ихтимал. Әлегә был вакцинаны 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләргә яһау тәҡдим ителә. Клиник тикшеренеүҙәрҙең сираттағы фазаһы тамамланғас, был күрһәтмәләрҙең үҙгәреүе ихтимал. Халыҡҡа ошо вакцинаны яһауҙы яҙғы осорҙа башларға ниәтләйҙәр. Әлегә прививка яһа­тып өлгөрмәгән булһағыҙ, илебеҙҙә теркәлгән вакциналар тураһында ентекләп уҡып, өйрәнә алаһығыҙ. Мәғлүмәтле булыу – һеҙҙең файҙаға.
Читайте нас