Өфөнөң 3-сө бала табыу йортона февраль айында 30 аҙналыҡ ауыры булған ҡатын мөрәжәғәт итә. Хәленең кисектергеһеҙ медицина ярҙамына мохтажлығы асыҡлана. Ҡарындың (балаятҡы) йыртылыуын асыҡлайҙар. Табиптар ашығыс операция - лапаротомия яһарға ҡарар итә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡарындағы балаға ультратауыш тикшереүе үткәрәләр. Табиптар консилиумы балаятҡының бөтөнлөгөн тергеҙергә һәм йөклөлөктө оҙайтырға хәл итә. Ҡатын ризалаша. Пациенттың хәлен Кулаков исемендәге федераль үҙәк профессоры, медицина фәндәре докторы Роман Шмаков күҙәтеүгә ала.
“Эшебеҙгә юғары баһа бирелде, донъяла бындай операциялар бик һирәк яһала. Беҙҙең бала табыу йортонда быныһы өсөнсө операция инде,” - ти баш табип урынбаҫары Лиана Савина.
Сабыйҙы, 38 аҙналыҡ булғас, операция (кесарев киҫеме) ярҙамында алалар. Малай һау-сәләмәт! Әсә менән сабыйҙы дүртенсе тәүлектә өйҙәренә оҙаталар.
“Был - беҙҙең көтөп алған икенсе балабыҙ. 30-31 аҙналыҡ булғас, эстең түбәнге өлөшөндә киҫкен ауыртыу тойҙом. “Ашығыс ярҙам” 3-сө бала табыу йортона килтерҙе. Балаятҡыны тектеләр, шунан һуң тағы бер ай ауырлы йөрөнөм. Сәләмәт бала таптым. Бер ай буйы мине ҡараған табиптарға рәхмәт, - ти Екатерина.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда һәр дүртенсе йөклөлөк операция менән тамамлана. Йөклөлөк йәки бала табыу ваҡытында ҡарындың йыртылыуы сәләмәтлек өсөн бик хәүефле.