Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 118 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 30 797 -гә етте. Һауыҡҡандар – 25 151 (һуңғы тәүлектә 159 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 317. Һуңғы тәүлектә үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Республика стационарҙарында – 290 (шул иҫәптән 33 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 7-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 5037 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 641 084 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8 865.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 126 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 158 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ, дуҫтар!