Сәләмәт булайыҡ
18 Март 2021, 10:00

Эпидемиологик хәл нисек?

Вирус ҡорбандары тағы ла артты.

Тәүлек эсендә киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә юлыҡҡандар һаны 1 859-ға артҡан. Шуларҙың араһынан 18 ауырыуҙы яңы коронавирус инфекцияһына тикшерәсәктәр.
Һуңғы тәүлектә 120 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған, ошо сирҙән дауаланған 131 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан. Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны йәнә 120-гә артып, бөтәһе 30 917 кеше тәшкил итә. Һауыҡҡандар ҙа арта - 159 кеше.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле вирус ғүмерҙәрҙе ваҡытынан иртә өҙөүҙө дауам итә. Тәүлек эсендә тағы өс ауырыуҙың вафат булыуы билдәле. Сир ҡорбандары 325 кешегә етте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Әле республикала 5 296 кеше дауалана, стационарҙарҙа - 272 ауырыу, 25-е ауыр хәлдә, һигеҙ пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың күпселеге – Өфөлә (40 кеше), Шишмә районында (13),Бәләбәй (11) һәм Өфө райондарында (10). Барығыҙҙы ла санитария-гигиена талаптарын үтәргә саҡырабыҙ, күреп тороуығыҙса, пандемия әлегә беҙҙе ташлап китергә йыйынмай. Бары вакцинация арҡаһында уны еңеп сыға аласаҡбыҙ.
Фото:63.ru
Читайте нас