Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры Заһит Ғүмәровтың инициативаһы менән район йәштәре араһында бик күп саралар үтә. Коронавирус пандемияһы осоронда ла тап улар ирекмәндәр хәрәкәтен булдырып, ололарға ярҙам күрһәтте, бихисап изге эштәр башҡарҙы. Кисә Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә "Сәләмәт булыу - шәп!" тип аталған мәғариф йәштәр форумы үтте. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә яҙҙы:
"Баймак халыҡ ижады үҙәгендә "Сәләмәт булыу - шәп!" тип аталған район йәштәр форумы үтте. Ысынлап та, сәләмәт булыу бөгөн модала. Йәштәрҙең һаулығы, физик һәм рухи торошо дәүләт кимәлендәге мәсьәлә булып тора. Йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу өсөн йыш ҡына белем, уларҙы системалаштырырға аңлашыу етмәй. Бөгөн форум эше барышында спикерҙар йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында һөйләне. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһаринаға форумда ҡатнашыусыларға әйткән изге һүҙҙәре өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Был сара һәр кемгә файҙалы булыр тип ышанам".
Форумда район йәштәре өсөн спикерҙар сығыш яһаны, төрлө тренингтар ойошторолдо.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.