Стәрлетамаҡ ҡыҙы, табип-нефролог, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының нефрология бүлеге мөдире Альбина Илфат ҡыҙы МУСИНАҒА ла төбәлгән кеүек ошо һүҙҙәр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, юҡҡамы ни уға етәкселек йөгөн ышанып тапшырғандар: тырыш, маҡсатлы белгес булараҡ, хеҙмәттәштәре һәм пациенттары араһында ихтирам яуларға өлгөргән ул.
Альбина Илфат ҡыҙы тыуған Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәктәп тамамлағандан һуң хыялын ғәмәлгә ашырыу өсөн Өфөгә юлланған: Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға ингән. “Уҡыу аҙағына тиклем медициналағы йүнәлеште һайларға өлгөрмәгәйнем, шуға ла ҡулыма диплом алғас, хеҙмәт юлын терапевт булараҡ башланым”, – ти ул.
2013 йылда йәш белгес Республика клиник дауаханаһына интернатура үтергә килә. Тап ошо осорҙа уның яҙмышын хәл иткән осрашыу була ла: тырыш ҡыҙ артабан белемен нефрология бүлегендә, уның мөдире Елена Ивановна Гермаш етәкселегендә камиллаштыра. Әйтергә кәрәк, был табип – республикабыҙҙа ярайһы билдәле шәхес, медицина тармағында фиҙакәр хеҙмәте менән күптән ихтирам яулаған белгестәрҙән, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен кешеләрҙең һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған.
“Елена Ивановна менән шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ. Ул кешелеклелеге, белеме менән хайран ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта бүлеккә нефролог талап ителеүе, тар йүнәлеш буйынса эшләрлек йәш белгес эҙләүҙәре мәғлүм булды. Күрәһең, яҙмыш тигәнең ошолор: Елена Ивановна миңә нефрология йүнәлеше менән төптәнерәк ҡыҙыҡһыныуымды үтенде, тәжрибә уртаҡлашырға, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә бирҙе. Мин ризалаштым һәм ошо юлды һайлауыма бер минутҡа ла үкенгәнем юҡ. Остазым Елена Гермашҡа рәхмәтлемен – уның кеүек оҫталарҙан эш нескәлектәрен төшөнөү – үҙе ҙур бәхет. Бығаса нефрология хаҡында күберәк теория йәһәтенән белһәм, бүлектә эшләү осоронда ярайһы уҡ ҙур ғәмәли тәжрибә туплап өлгөрҙөм, эшкә өйрәндем. Сирлеләрҙең хәленә бәйле иң сетерекле хәлдәрҙә лә Елена Ивановнаның кәңәштәре, яҡшы һүҙе, үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙырып, ҡеүәтләп тороуы ярҙам итте”, – тип билдәләй Альбина Илфат ҡыҙы.
Шулай итеп, йәш белгес 2013 йылдың авгусынан хеҙмәт юлын тап ошо бүлектә башлаған. Нефролог булараҡ белемен камиллаштырыу өсөн, Елена Гермаштың кәңәше һәм ярҙамы менән, Мәскәүгә барып ҡайтҡан, И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының нефрология һәм гемодиализ кафедраһында уҡыған. Әйтергә кәрәк, Альбина Мусина был хәлде уникаль мөмкинлек тип баһалай. “Мин билдәле профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш нефрологы Евгений Михайлович Шилов етәкселегендә уҡыным. Илебеҙҙең нефрология тармағындағы күп методик белешмәләр, медицина буйынса китаптар тап ошо автор тарафынан булдырылған. Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостанда Е.М. Шиловта белем алған нефролог берәү, йәғни мин генә. Был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шулай уҡ бүлек эшендә һәр яҡтан һөнәри ярҙам күрһәткән тағы бер остазым – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ләлә Мостафа ҡыҙы Рәхмәтуллинаны ла билдәләгем килә. Йәш белгестәр өсөн һөнәри оҫталыҡ өлгөһө, терәк-таяныс ул”, – ти Альбина Илфат ҡыҙы.
Бөгөн нефрология бүлегендә дүрт табип эшләй, ул ҡырҡ кешене стационар шарттарҙа хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Үрҙә телгә алынған тәжрибәле нефрологтарҙан тыш, улар иҫәбендә тағы ла ике йәш белгес бар. Тиҫтәләгән шәфҡәт туташы, санитарҙар – бүлектә берҙәм, татыу коллектив тупланған.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: республика кимәлендәге ҙур дауаханала гемодиализ һәм трансплантология бүлектәре лә бар, уларҙа, йүнәлешкә ярашлы, башҡа нефрологтар эшләй һәм сирлеләргә бүлек үҙенсәлектәренә ярашлы медицина ярҙамы күрһәтә.
Нефрология – бөйөр сирҙәрен дауалаусы йүнәлеш. Альбина Илфат ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙың бүлегенә сирлеләр йышыраҡ осраҡта бөйөрҙәге елһенеү менән эләкһә лә, иң тәүҙә тап ошо хәлгә килтергән төп сәбәпте билдәләү зарур. Бында иһә организмдың бөтөнләй башҡа ағзаларындағы сирҙәр асыҡланыуы ихтимал.
Һәр мәсьәләгә яуаплы ҡараш
Табип әйтеүенсә, ҡанда креатинин миҡдары күтәрелгән икән, был бөйөрҙә проблема барлығын күрһәтә. Бөйөрҙәр иһә тап елһенеү арҡаһында ауырта, ҡайһы бер осраҡта был температураның күтәрелеүенә килтерә, ҡан һәм бәүел анализында лейкоциттарҙың һәм эритроциттарҙың артыуы, аҡһым кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Бөйөр тирәһе ауыртып та, бәүел анализы һөҙөмтәһе яҡшы икән, тимәк, бөйөрҙә үҙгәрештәр юҡ, ауыртыу сәбәбен башҡа урындан эҙләргә кәрәк. Ә бөйөр нисек сирләй тиһегеҙме? Табип әйтеүенсә, киҫкен елһенеү башланған осраҡта бил тирәһендә ауыртыу башлана. Белгес анализдар менән бергә, тышҡы билдәләр буйынса ла сирҙе билдәләүе ихтимал: мәҫәлән, бер ҡулды бил тәңгәленә ҡуйып, икенсеһе менән уға бер аҙ һуҡҡыслап ала. Ауырта икән, елһенеү бар, тигән һүҙ.
Альбина Мусина йыш таралған пиелонефрит сиренең үҙенсәлектәре хаҡында ла бәйән итте. Әйтеүенсә, ныҡ итеп өшөгәндә түбәнге бәүел юлдарында инфекцияның үрсеүе, уның артабан организмға үтеп, киҫкен пиелонефрит барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Ғөмүмән, тап цистит, уретрит кеүек бәүел юлдары сирҙәре йыш осраҡта пиелонефрит тыуҙыра.
Бик һирәк ҡан аша күсеүсе гематогенлы пиелонефрит осрай. Ғәҙәттә, ул иммунитеты үтә түбән кешеләрҙә була. Шәкәр диабетынан яфаланғандар һәм ауырлы ҡатындар бәүел юлы сирҙәрен айырыуса ваҡытында дауаларға тейеш, сөнки былар пиелонефриттың ҡатмарлы эҙемтәләрен тыуҙырыуы ихтимал. Әгәр ҙә сир ваҡытында дауаланмаһа, ул хроник төргә күсә.
Альбина Мусина фекеренсә, эшенә яуаплы ҡараған белгес көн дә белемен камиллаштырырға, күп уҡырға, параллель йүнәлештәрҙе лә өйрәнергә тейеш, сөнки бөйөр сирҙәре башҡа ағзалар сирләгәндә лә хасил булыуы ихтимал. “Бәғзе осраҡтарҙа кешеләр беҙгә бөйөр ауырта тип мөрәжәғәт итһә лә, тикшерә башлағас, унда ревматолог, гематолог кеүек белгестәр талап ителгәне асыҡлана. Нефрологтар шөғөлләнгән төп патология иһә – бөйөрҙәрҙең хроник сирҙәре. Улар гломерулонефрит, шәкәр диабеты, артериаль гипертензия, нәҫелдән күсә килгән бөйөр патологиялары, генетик сирҙәр, бәүел юлында тыумыштан булған тайпылыштар, ревматология сирҙәре, ауырлы ҡатындарҙың бөйөр патологиялары нигеҙендә хасил була. Әгәр терапевт кешенең ҡан анализында креатинин һәм һыҡрыҡса кимәле юғары, бәүел анализында аҡһым һәм эритроциттар булыуын һәм башҡа мөһим билдәләрҙе асыҡлаһа, ул кисекмәҫтән пациентты нефрологка йүнәлтә.
Креатинин – мускулдар массаһы метаболизмы продукты. Кешенең ниндәйҙер мускулдары эшләмәһә, фалиж һуҡҡан булһа, парездан яфаланһа, креатинин кимәле түбәнерәк була. Әүҙем рәүештә спорт һәм фитнес менән шөғөлләнгәндәрҙә креатинин кимәле, киреһенсә, юғары булыуы бар. Был һимереүҙән йонсоғандарға ла ҡағыла.
Бөйөр – туҡтауһыҙ эшләп тороусы, кеше организмына ашау, эсеү, тын алыу һөҙөмтәһендә эләккән матдәләрҙе фильтрлаусы ағза. Уның аша тәүлегенә 1500 литр самаһы ҡан һөҙөлә. Аминокислоталар һәм башҡа файҙалы матдәләр организм эшмәкәрлегенә китә, ә ҡалғаны – һыҡрыҡса, креатинин, азотлы ҡатнашмалар һәм шлактар бәүел менән бүлеп сығарыла”, – ти белгес.
Проблемалар булмаһын тиһәгеҙ...
Бөйөрҙөң хроник сирҙәренә, үрҙә телгә алынған тайпылыштар менән бер рәттән, артериаль гипертензия һәм шәкәр диабеты йыш сәбәпсе булһа, бөйөрҙәге таштар ҡайҙан хасил була? Нефролог билдәләүенсә, быға нәҫелдән килгән үҙенсәлектәр ҙә, организмдағы алмашыу процестары боҙолоу ҙа йоғонто яһай.
“Әгәр ҙә кальций һәм фосфор алмашыныуы боҙолһа, кеше организмында кальций күләме арта, һәм ул бөйөрҙә коралға оҡшаш таш булып формалаша башлай. Был осраҡта тәүге сиратта алмашыныу процестарын яйға һалыу фарыз. Бөйөрҙәге ҡәҙимге таштар иһә туҡланыу үҙенсәлектәренә, эскән һыу сифатына бәйле барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡаты һыуҙы мотлаҡ фильтрларға кәңәш итер инем”, – ти Альбина Мусина.
Бөйөрҙәр менән шаярырға ярамай: уның эшмәкәрлеге түбәнәйеүе, етешмәүсәнлеге бик ауыр күренешкә – гемодиализға килтереүе ихтимал. Табиптар ошо ағзаға бәйле сирҙәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп дауаларға кәңәш итә. Бөйөр сирҙәрен бәғзе осраҡта тулыһынса дауалап бөтөрөп булмаһа ла, табип кәңәштәрен, дауалау схемаларын тотоп, гемодиализ кеүек хәлде күпкә кисектереп торорға мөмкин. Нефролог ярҙамында кешеләр тормош рәүешен тулыһынса үҙгәртә, яңыса йәшәй башлай. Сирҙе иһә ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаң һәм уңышлы дауалаһаң, шунса ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолоу мөмкинлеге лә ҙурыраҡ була, ти белгес: “Сәләмәтлек торошо күп осраҡта кешеләрҙең үҙҙәренән тора. Йәшәү сифаты юғары булһын, сир тормош буйынса атларға ҡамасауламаһын өсөн, табиптарҙың талаптарын аныҡ үтәү зарур. Был гемодиализ кеүек ғүмерлек күренеште мөмкин тиклем кисектерә килеүгә лә ҡағыла.
Икенсе яҡтан, гемодиализ – шул уҡ йәшәү мөмкинлеге. Әгәр ошо сара булмаһа, бәғзеләрҙең ғүмере күпкә ҡыҫҡарыр ине. Мәҫәлән, бер пациент шулай тип белдергәйне: “Әгәр ваҡытында тормош рәүешен тулыһынса үҙгәртмәһәм, гемодиализға йөрөмәһәм, кем белә, мин әлеге ваҡытта ҡайҙа булыр инем... Гемодиализ миңә баламдың үҫкәнен, уҡығанын, уңыштарға өлгәшкәнен күреү мөмкинлеген бирҙе”.
Әйтергә кәрәк, республикала гемодиализ бүлектәре күп, хәҙер сирлеләргә йыраҡ юл үтеп дауаланырға йөрөйһө түгел, тейешле процедураларҙы урында алалар. Йыл һайын республикала ҡырҡлаған пациентҡа бөйөр күсереп ултыртыла, әлбиттә, был ғәмәлдең үҙ талаптары һәм тәртибе бар.
Альбина Илфат ҡыҙынан “Медицина йүнәлешен һайларға теләгән, әлеге көндә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?” тип тә һораныҡ. “Табип булыр өсөн иң тәүҙә кешеләрҙе яратырға кәрәк”, тип яуапланы ул. “Дауаханаға төрлө йәштәге, төрлө холоҡло кешеләр эләгә. Бәғзеләр иңенә төшкән һынауҙы сабыр ғына уҙғара, икенселәр үҙҙәре лә тынысһыҙлана, башҡаларҙы ла борсой. Табип иһә, һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып, уның һаулығын хәстәрләү юлдарын табырға тейеш. Беҙҙең һөнәрҙә кемдер оҡшай йә оҡшамай, тип һайлап булмай. Пациенттың күңеленә юл табылһа, дауалау ҙа ыңғай барасаҡ”, – ти Альбина Илфат ҡыҙы.
Бөйөрҙәр менән проблемалар булмаһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш нефрологы А.И. Мусина фекеренсә, фәҡәт сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, ауырлыҡты, ҡан баҫымын даими күҙәтеп тороу, бөйөр өсөн үтә зарарлы булған токсик матдәләрҙе – ауыртыуҙы баҫҡан препараттарҙы, антибиотиктарҙы һирәк һәм үтә кәрәкле осраҡтарҙа ғына ҡулланыу бөйөр эшмәкәрлеген тейешле кимәлдә һаҡларға ярҙам итә.
Әгәр пациентта артериаль гипертензия йәки шәкәр диабеты бар икән, был бөйөр патологияһына килтереү ихтималлығын арттыра. Шуға ла уларға йылына бер тапҡыр булһа ла анализдар тапшырып, организм торошон тикшереү, глюкоза, холестерин, креатинин кимәлен белеп тороу зарур.