Бөтә донъя ата-әсәләр ойошмалары конфедерацияһы башланғысы менән 2001 йылдан алып күп илдәрҙә балалар онкологияһына ҙур иғтибар йүнәлтелә. Маҡсат бер – был проблема хаҡында мәғлүмәтлелекте арттырыу, өлгәшелгән уңыштар һәм хәл итәһе бурыстар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү.
Балалар онкологик сирҙәренә ҡаршы көрәш символы булып алтын таҫма тора. Ул сабыйҙарҙың беҙҙең өсөн ни тиклем баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт икәнен белдерә. Бәләкәстәрҙең батырҙарса, ололарса түҙемлек менән сиргә ҡаршы көрәшеүен һөйләп аңлатаһы түгел. Сирле бала тәрбиәләгән, юғалтыу ҡайғыһы кисергән ғаиләләр иңенә төшкән ауырлыҡты нимә менән сағыштырырға? Бөтә ғүмерҙәрен ҡаты ауырыуға дусар сабыйҙарҙы дауалауға, тәрбиәләүгә биргән ирекмәндәргә, табиптарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?!
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “балалар яман шеше” термины 15 йәшкә тиклемгеләргә ҡарата ҡулланыла. Йыл һайын донъяла 200 меңдән ашыу сабыйға ошондай хәүефле диагноз ҡуйыла. Хәҙерге заман медицинаһы ваҡытында дауалағанда бәләкәй пациенттарҙың 90 процентҡа тиклемен ҡотҡарырға ярҙам итә. Ҡайһы бер шештәрҙе тулыһынса дауалау мөмкинлеге бар, ти белгестәр.