Кешелек тарихында тештәр һәм теш ҡаҙнаһы торошо организм сәләмәтлегенең төп күрһәткесе иҫәпләнгән. Һау тештәр кешенең психик һәм физик сәләмәтлегенә яҡшы йоғонто яһай, тигән боронғо дәүер табиптары ла.
Теш ҡаҙнаһы ни өсөн һыҙлай? Теш ҡунығы микробтары тештәрҙе генә түгел, ҡаҙнаны ла сиргә һабыштыра. Уның тәүге стадияһы – гингивит мәлендә ҡаҙналар шешенә һәм ҡанай. Быға ауыҙ ҡыуышлығының насар гигиенаһы сәбәпсе. Был мәлдә сирҙең аҙыуын туҡтатып була әле. Әммә ваҡытында дауаламағанда ул тағы ла аҙасаҡ, ҡаҙнаға нығыраҡ үтеп инәсәк һәм икенсе стадияға – пародондитҡа күсәсәк. Яңаҡта тештәрҙе тотоп тороусы һөйәк һәм туҡымалар боҙолоуы арҡаһында тештәр ныҡлығын юғалта, хатта төшә башлауы ихтимал.
Стоматологҡа кисекмәҫтән барыуҙы талап иткән ошо билдәләргә иғтибар итегеҙ:
-теш таҙартҡанда ҡаҙнаның ҡанауы;
-ҡаҙнаның ҡыҙарыуы, шешеүе, һыҙлауы;
-теш менән ҡаҙна араһында эрен барлыҡҡа килеүе;
-ауыҙҙан насар еҫ килеүе.
Хатта алты йәшлек балаларҙың 50 процентында һөт тештәре урынына алмашҡа килгән тештәрҙең кариес менән зарарланыуы күҙәтелә. 15 йәшлек үҫмерҙәрҙең бөтәһендә лә тиерлек теш ҡаҙнаһының ялҡынһыныу процесы башланыуы билдәле. Кешеләрҙең 80 проценты теш таҙарта белмәй, тип иҫәпләй табиптар.
Хәҙерге заманда кариес һәм теш ҡаҙнаһы сирҙәре киң таралған. Планеталағы өлкән йәштәге кешеләрҙең 95 проценты ошо ауырыуҙарҙан яфалана. Ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлегенә иғтибар итмәү башҡа сирҙәр барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Аҙыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе бактериялар бик тиҙ үрсеп, тештәргә ҡуныҡтар рәүешле ултыра. Өҫтәүенә микробтар тештәрҙе боҙоусы зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Кариес башлана, ҡаҙна шешә, ауыҙҙан насар еҫ килә, кеше һыҙлау һәм ауыртыныу тоя. Тештәргә ултырған ҡуныҡтарҙы алдырыу өсөн табиптарға йөрөү башлана.
Ауыҙҙан насар еҫ килеүенә нигеҙҙә көкөрт берләшмәләре бүлеп сығарыусы микробтар сәбәпсе. Шуға күрә тештәрҙе яҡшы таҙартырға, ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк.
Кариес сәләмәтлек өсөн хәүефлеме? Һәр органдың нисек эшләүенә беҙҙең кәйефебеҙ, сәләмәтлегебеҙ бәйләнгән. Теш сирҙәре арыу-талсығыу, һыҙлау һәм нервы көсөргәнешлеге тыуҙыра. Ваҡытында дауаланмаған тештәр сир барлыҡҡа килтереүсе бактериялар өсөн бик уңайлы урын. Микробтар ҡанға үтеп инеп, токсиндар бүлеп сығара, организмды ағыулай.
Тештәрҙе һаҡлау һис тә ҡатмарлы түгел, бары улар тураһында ваҡытында хәстәрлек күрергә һәм ауыҙҙа бактерияларҙың самаһыҙ артыуына юл ҡуйырға ярамай. Стоматологҡа даими күренергә онотмағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр ни өсөн тештәрҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартыу мөһимлеген аңламай. Сәбәбе ябай: таҙартырға ялҡауланаһығыҙ икән, тештәрҙәге ҡуныҡ тиҙ генә ҡатып, ҡаҙналарҙы боҙоусы ташҡа әүерелә. Һөҙөмтәлә теш эмале боҙола, кариес барлыҡҡа килә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.