Сәләмәт булайыҡ
21 Март 2021, 10:30

Ҡорбандар 333-кә етте...

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 9299 кеше сирҙе йоҡторған.

Республикала пандемия башланғандан алып 31265 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы асыҡланды. Һуңғы тәүлектә йәнә 116 ауырыуға ошо диагноз ҡуйылды. Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәүлектә 114 ауырыу һауыҡҡан.
Республикала әле стационарҙарҙа 268 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙағы 4833 ауырыу сирҙе еңел үткәрә. Тәүлек эсендә вирус ҡорбандары тағы ике кешегә артҡан. Пандемия осоронда уларҙың һаны 333-кә етте.
Республикала ҡайһы бер сикләүҙәр алыныуға ҡарамаҫтан, эпидемиологик хәл ҡатмарлы булып ҡала, йәмәғәт урындарында битлек режимы һаҡлана.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 9299 кеше сирҙе йоҡторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 371 ауырыу һәләк булған.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас