Башҡортостанда коронавирус менән сирлеләр һаны көндән-көн кәмеүгә табан бара. Был турала статистика мәғлүмәттәре һөйләй. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Максим Забелин улар менән таныштырҙы.
Һуңғы тәүлектә 112 яңы сир осрағы асыҡланған. Дөйөм алғанда, 31377 кеше коронавирус йоҡторған. Дауаханаларҙа 277 кеше дауалана. Ҡалғандар сирҙе еңел йәки уртаса ауырлыҡта үткәрә һәм өйҙәрендә амбулатор дауа ала. 41 пациент ауыр хәлдә, ете кеше реанимацияла ята.
Шуныһы ҡыуандыра – республикала тәүлегенә сирләп киткән кешеләргә ҡарағанда, һауыҡҡандар арта башлаған. Тәүлек эсендә 121 кеше һауыҡҡан (бөтәһе 25980 кеше).
Дауаханаларҙа 2068 урын бар, уларҙың 75 проценты тулы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, уҙған аҙнала коронавирус менән көрәш башланыуға бер йыл тулды. Бик ауыр осорҙо республика лайыҡлы үтә алды. Тиҙ арала дауаханала урындар әҙерләнде, табиптар яңыса эшләй башланы. Хәҙер хәлдәр күпкә яҡшырҙы, тик сир еңелде тип әйтергә иртә.
Радий Фәрит улы мәғариф өлкәһендәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта ковид менән 200 самаһы уҡыусы һәм 138 уҡытыусы сирләй. 22 мартҡа ҡарата, мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларында биш бала һәм 18 тәрбиәсе сирләй.
- Дөйөм алғанда, беҙҙең тармаҡта коронавирус менән сирләгәндәр һәм сирҙе йоҡторғандар һаны кәмеүе теркәлә, - тине министр.
Шулай булһа ла, Радий Хәбиров һаҡ булырға, сирҙең аҙыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушты.