Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев Башҡортостан дәүләт медицина университетына килде. Визит барышында ул уҡыу йортоноң Мультипрофилле аккредитация-симуляция үҙәгендә булды.
Үҙәк элекке Тимер юлсылар мәҙәниәт йортоноң өс ҡатлы бинаһында урынлашҡан. 2019 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университеты ҡарамағына бирелгән. Хәҙер унда медицина ярҙамы күрһәтеүҙең төрлө осраҡтарында имитатор булып хеҙмәт иткән симулянттар, манекендар, тренажерҙар менән эшләү, күнекмәләр алыу буйынса заманса кластар булдырылған.
Корпуста симуляция уҡытыуы һәм аккредитация, күнекмәләр үҙләштереү, компьютер кластары, аккредитация залы, рус теле кафедраһы һәм ҙур зал бар. Аккредитация залында министр урынбаҫары клиник имтихан станциялары менән танышты. Әлеге ваҡытта унда 6-сы курс студенттары симуляторҙарҙа эшләргә өйрәнә.
“Студенттар йәй уҙасаҡ тәүге аккредитацияны үтергә әҙерләнә, - тип аңлатты университет ректоры Валентин Павлов. – Былтырғыһы ҡышҡы осорға күсерелде, майҙандарҙың етерлек булыуы һөҙөмтәһендә, бөтә эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, студенттарыбыҙҙы аккредитациялай алдыҡ”.
Ҡунаҡтар аудио һәм видео ҡорамалдар менән йыһазландырылған эксперттар бүлмәһен дә ҡараны. Университетта республика, илдең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр өсөн табиптар, провизорҙар, урта медицина персоналы әҙерләнә. Уның составына Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын индереү һөҙөмтәһендә республикала халыҡ-ара офтальмология үҙәге барлыҡҡа килде. Дмитрий Афанасьев рус теле кафедраһында уҡыған сит ил студенттары менән дә осрашты. Университетта донъяның 54 иленән килгән 2,5 меңгә яҡын кеше белем ала, 2030 йылға уларҙың һаны биш меңгә етеүе мөмкин.
Фото: Башҡортостан дәүләт медицина университеты.