Сәләмәт булайыҡ
24 Март 2021, 17:30

Ҡанға ихтыяж арта...

Әлеге ваҡытта кире резус-факторлы өсөнсө ҡан төркөмө етешмәүе билдәле, дүртенсе ҡан төркөмө менән дә шул уҡ хәл...

Республика ҡан ҡойоу станцияһы апрель башында донорҙар акцияһы үткәрергә йыйына.
Табиптар өфөләрҙе түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки хеҙмәттә бөтә ҡан төркөмдәренә лә ихтыяж артыуы күҙәтелә.
“Акция 6-7 апрелдә Өфөнөң Батыр урамындағы 41/1-се йортта, иртәнге сәғәт 8-ҙән 13.00 сәғәткә тиклем үткәрелә. Бөтә санитар-эпидемиологик талаптар күҙәтеләсәк”, - ти станция хеҙмәткәрҙәре.
Әлеге ваҡытта кире резус-факторлы өсөнсө ҡан төркөмө етешмәүе билдәле. Шулай уҡ дүртенсе ҡан төркөмөнә ихтыяж артҡан. Акцияның уңышлы үтеүенә табиптар ҙур өмөт бағлай.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас