Һуңғы тәүлектә республикала миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән ауырығандар 2 783 кешегә артты. Шуларҙың 21-ендә коронавирус инфекцияһы булыу ихтималлығы бар, сирлеләр контролгә алынған.
Коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар 111-гә артты. Пандемия осоронда коронавирус диагнозы бөтәһе 31 598 кешегә ҡуйылды. Әле республикала 5 061 ауырыу сиргә ҡаршы көрәшә. Стационарҙарҙа 304 пациент дауалана, 33-ө ауыр хәлдә, ете ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Тәүлек эсендә 137 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған, 136 сирле һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәүлек тә ҡорбандарһыҙ үтмәне, өс ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған.
Коронавирусты тәүлектә йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (40 осраҡ), Салауат ҡалаһында (8) һәм Белорет районы менән Стәрлетамаҡта (7-шәр осраҡ).
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.