Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Март 2021, 17:00

Туберкулез эргәлә! Һаҡ булығыҙ!

Бөгөн Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Йәмғиәттә был йоғошло сир әле лә бар: ошо хаҡта табип-фтизиатр Светлана Шафиҡ ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНА һөйләй.

Йәмғиәттә йоғошло, ҡурҡыныс сир – туберкулез әле лә бар: ошо хаҡта һәм сирҙе иҫкәртеү хаҡында табип-фтизиатр, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмәткәре Светлана Шафиҡ ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНА һөйләй.
Туберкулез – кешенең аяуһыҙ дошманы!
Туберкулез микробактерияһы, кеше организмына эләккәндән һуң, оҙаҡ ваҡыт “йоҡлауы” ихтимал. Шулай уҡ, инфекциялы һәр кеше ауырып та китмәҫкә мөмкин. Ауырыуҙың тәүге билдәләре сирләүсенең үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә беленмәүе ихтимал.
Үҙ-үҙеңде тойоуҙың хөртәйеүе, клиник билдәләр барлыҡҡа килеүе (насар аппетит, хәлһеҙлек, төнөн ныҡ тирләү, арыу, насар йоҡо, субфебриль температура, йүтәл, тын быуылыу, күкрәк ҡыуышлығында ҡыйынлыҡ тойоу, ҡан төкөрөү һәм башҡалар) туберкулез процессы әүҙемләшһә һәм таралһа һиҙелә башлай.
Әгәр ҙә сир ваҡытында асыҡланмаһа, ауырыуҙың деструктив (“асыҡ”) формаһы барлыҡҡа килә һәм сирле, бактериялар бүлеп сығарыусы булараҡ (МБТ+), тирә-йүндәгеләр өсөн хәүеф тыуҙыра.
Туберкулез – инфекциялы сир, уны туберкулез микробактериялары ҡуҙғыта (Кох таяҡсаһы). Кешегә туберкулез менән сирләүсенән ауырыу түбәндәге шарттарҙа йоға:
– йүтәлләгәндә, сөскөргәндә, ҡысҡырып, төкөрөк сәсеп һөйләшкәндә (ғөмүмән, һауа-тамсы юлы сир йоғоуҙың иң йыш сығанағы);
– насар елләтелгән бина эсендә хәүефле ҡуҙғытыусы булған саң һәм өлөшсәләрҙе йотҡанда (сир йоҡтороуҙың һауа-саң юлы ла киң таралған);
– аҙыҡ-түлек аша, мәҫәлән, сирле хайуандарҙың ите, һөтө аша (алиментар йоғоу юлы һирәгерәк осрай);
– ҡуҙғытыусы кеше организмына яраланған тире һәм лайлалы тиресә аша эләккәндә (сир йоғоуҙың контактлы юлы; бик һирәк осрай);
– тыумыштан күсә – туберкулез планцета аша йоға (трансплацентар юл – һирәк осрай).
Нисек туберкулезды асыҡларға?
Сирҙең иртә стадияһын, бигерәк тә балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә, Манту тесты аша асыҡларға мөмкин.
Туберкулинодиагностика – уны дөрөҫ һәм даими үткәргәндә – туберкулезды иртә асыҡлауҙың хәүефһеҙ һәм ярайһы ышаныслы ысулы.
Флюорография һәм рентгенография сирҙе ваҡытында асыҡлауҙың төп ысулы булып тора.
Сәләмәтлек торошон билдәләп тороу өсөн уны йылына бер тапҡыр үтеү фарыз, хәүеф факторҙары булғанда – йышыраҡ та. Шул уҡ ваҡытта тикшереүҙең был юлы күкрәк ҡыуышлығындағы башҡа сирҙәрҙе асыҡларға ла ярҙам итә (шештәр, пневмония, йөрәк сирҙәрен, средостенияны һәм башҡалар).
Организмдан бүленеп сыҡҡан шыйыҡсаларға һәм башҡа диагностик материалдарға микробиологик тикшереү үткәреү (бактериоскопия, посев) туберкулез ҡуҙғытҡыстарын табырға, бактерияларҙың бүленеү күләмен, дарыуҙарға ҡарата тотороҡлолоғон асыҡларға ярҙам итә.
Ни тиклем күберәк бактериялар бүленә, шул тиклем сирленең эргә-тирәһендәге кешеләр өсөн эпидемик хәүеф юғарыраҡ.
Туберкулезды иҫкәртергә мөмкин. Бының өсөн БЦЖ иммунизацияһын үтеү, спорт һәм физкультура менән дуҫ булыу, сыныҡтырыу процедураларын яһау, көн тәртибен һаҡлау, яҡшы туҡланыу, шәхси гигиена шарттарын үтәү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу кәрәк.
Балаларға һәм үҫмерҙәргә ваҡытында – туберкулинодиагностика, өлкәндәргә – рентгенофлюорография үткәреү фарыз.
Туберкулезлы кеше менән аралашҡандарға мотлаҡ фтизиатрҙа тикшереү үтергә, бер ни тиклем ваҡыт уның күҙәтеүе аҫтында булыу мөһим. Һуңғы йылдарҙа туберкулезды асыҡлау өсөн яңы алым – “диаскин-тест” уңышлы ҡулланыла башланы.
Туберкулезды дауалау
Туберкулез менән сирләп киткән осраҡта мөмкин тиклем иртәрәк туберкулезға ҡаршы махсус учреждениела (стационар йә амбулатор шарттарҙа) дауалана башлау мотлаҡ. Дауалау оҙайлығы һәм һөҙөмтәһе тап ошонан тора. Был хәүефле сирҙе үҙаллы еңеп булмай.
Туберкулездың клиник формаһына, комплекслы тикшереү һөҙөмтәһенә һәм пациенттың шәхси үҙкенсәлектәренә ҡарап, фәҡәт табип ҡына туберкулезға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар комплексын, уларҙың миҡдарын һәм ҡабул итеү режимын билдәләй ала.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Табип билдәләгән дарыуҙарҙы даими һәм оҙайлы рәүештә ҡабул иткәндә генә туберкулезды тулыһынса дауаларға мөмкин!
Фото: smclinic-spb.ru
Читайте нас