Сәләмәт булайыҡ
24 Март 2021, 12:50

Вакцина яһатырғамы, әллә... сирләргәме?

Күптәрҙең вакцинациялау тураһында һүҙ сыҡҡанда икеләнеүҙәрен, шикләнеүҙәрен тойғаныбыҙ бар. "Яһатыуын яһатырбыҙ ҙа ул, тик һаулыҡҡа зыян килмәҫме?" - тип уйланалар.

Республикала Гамалея үҙәге етештергән “Спутник V” вакцинаһын 120 меңдән ашыу кеше ҡаҙатты ла инде. Тәү сиратта уҡытыусылар, медицина, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре прививка кампанияһына әүҙем ҡушылды. Алдағы айҙарҙа республикаға тағы ла бер нисә йөҙ мең вакцина дозаһы киләсәк. Тимәк, коронавирус эпидемияһын “ауыҙлыҡлай”, хәүефтән үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы ҡурсалай аласаҡбыҙ.
Күптәрҙең вакцинациялау тураһында һүҙ сыҡҡанда икеләнеүен тойғаныбыҙ бар. “Яһатыуын яһатырбыҙ ҙа ул, һаулыҡҡа зыян итмәҫме, сирҙе үткәреп ебәреү яҡшыраҡ булмаҫмы?” - тип уйланғандарын беләбеҙ.
Вакцина нисек тәьҫир итә? Уны иммун системаһын яһалма рәүештә әүҙемләштереү, аныҡ ҡуҙғытҡысты танырға өйрәтеү өсөн файҙаланалар. Вакцина яһатҡандан һуң инфекция үҫешмәйәсәк, сөнки организм сирҙе ҡуҙғытыусыны ҡаршы алырға һәм зарарһыҙландырырға әҙер.
“Спутник V” вакцинаһының тәьҫирлелеге тураһында мәғлүмәттәр иң абруйлы “Ланцет” фәнни медицина журналында баҫылып сыҡҡан. Баһа юғары, осраҡтарҙың 92 процентында вакцина антиесемдәр эшләп сығарып, вирусҡа ҡаршы торған. Прививкаланған кеше үҙен тыныс тоясаҡ, әүҙем рәүештә йәшәйәсәк һәм аралашасаҡ, пандемияға тиклемге ғәҙәти тормошон дауам итәсәк.

Энә ҡаҙаған урындың бер аҙ ауыртыуы, һирәк осраҡта ҡыҙарыуы һәм ҡысытыуы мөмкин. Был билдәләр үҙенән-үҙе бөтә, дауалау кәрәкмәй. Ике этаптан торған вакцинация бик тәьҫирле. Береһе көсһөҙөрәк булһа, икенсеһе сирҙән һаҡланыуҙы гарантиялай. Вакцинала коронавирус юҡ, шуға күрә прививканан сирләү мөмкин түгел!
Граждандарҙың фекеренә ҡарағанда, вакцина еңел үткәрелә, айырыуса өлкәндәр тарафынан. Ҡайһы саҡта температураның күтәрелеүе, тәндең ауыртыныуы, хәлһеҙлек күҙәтелеүе ихтимал. Был билдәләр, иң күп тигәндә, өс көн эсендә юҡҡа сыға.
Сирҙе үткәргән кешеләр уның нисек ауыр булғанын яҡшы белә, шуға күрә улар араһында вакцинацияланырға теләгәндәр күп. Тик әлегә уларға прививка эшләмәйҙәр, яҡын көндәрҙә был ҡараштың үҙгәреүе көтөлә.
Вакцина яһатыу ирекле, препараттар етерлек, прививка пункттары асылып тора. Үҙегеҙ тураһында ғына түгел, ата-әсәләрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һаулығы тураһында борсолһағыҙ, мотлаҡ прививка яһатыуға яҙылығыҙ. Яҙылыу ысулдары байтаҡ: Дәүләт хеҙмәттәре порталы, регистратура, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы , Берҙәм медицина порталы, 13-01 йәки 8-800-347-13-01 телефондары (1 апрелдән 122 телефоны) аша.
Фото:news.myseldon.com
Читайте нас