Республика клиник перинаталь үҙәге хирургтары март айында ике ҡатмарлы операция яһап, әсәләрҙең дә, сабыйҙарҙың да ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Балаятҡының аналыҡҡа ҡушылып үҫеүе - бик һирәк осрай торған етди патология, ҡандың күп юғалтылыуы әсә һәм сабыйҙың сәләмәтлеге өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.
Табиптарҙың әйтеүенсә, бындай осраҡтар, нигеҙҙә, элек балаятҡыға үткәрелгән акушерлыҡ операцияһынан (кесарев киҫеме) һуң барлыҡҡа килеүсән. Акушер-гинекологтар ҡанды туҡтата алмау һөҙөмтәһендә йыш ҡына аналыҡты алып ташларға мәжбүр булған.Әсәгә оҙаҡ дауаланырға, реабилитация үтергә тура килгән.
Перинаталь үҙәк табиптары әсә һәм баланы ҡотҡарыу өсөн бер нисә этаптан торған заманса ысулды файҙаланған.”Ике операция ла уңышлы үтте, пациенттарҙың аналығы һаҡлап ҡалынды, сәләмәтлектәре һәйбәт, бәхетле әсәләрҙе сабыйҙары менән йорттарына оҙаттыҡ,”- ти медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре.
2018 йылдан алып Республика перинаталь үҙәгендә балаятҡыһы аналыҡҡа ҡушылып үҫкән пациенттарға 64 операция яһалған, шуларҙың туғыҙы быйыл башҡарылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.