Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2021, 14:30

Тағы өс кеше вафат

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 109 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Пневмонияға килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 109 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 31 707-гә етте. Һауыҡҡандар – 26 422 (һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 343. Һуңғы тәүлектә өс үлем осрағы теркәлгән.

Республика стационарҙарында – 286 (шул иҫәптән 29 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 7-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4656 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 700 057 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 7 690.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 131 сирле асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 118 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ!


Фото: rbk.ru
Читайте нас