Бөгөн, 25 мартта, республикаға яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның сираттағы партияһы килтерелде. Әлеге ваҡытта 20 900 дозаны таратыу өсөн документ әҙерләнә.
Шулай итеп, 25 мартҡа ҡарата Башҡортостанға йәмғеһе “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының 151 842 дозаһы килтерелгән. Уның I компонентын 123 684 кешегә яһағандар (алынған вакцинаның 94 проценты һәм Башҡортостанға килтерелгәндең 81,5 проценты). 84 630 кеше вакцинациялауҙың ике этабын да үткән.
Әлеге ваҡытта республикала вакцинациялауҙың 131 пункты бар. Шул иҫәптән 15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/1) яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау пункты эшләй башланы.
Бында 887 кешегә прививка яһалған. Вакцинацияны баш ҡаланың 1-се поликлиникаһының мобиль прививка яһау бригадаһы үткәрә. 26 марттан Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта тағы ла дүрт мобиль вакцинациялау пункты асыласаҡ. Улар “Мега”, “Планета”, "Башҡортостан" һәм “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә урынлашасаҡ.
Медицина ойошмаларының ихтыяждары өсөн республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 48 туңдырғыс һатып алынған. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы бер үк мәлдә вакцинаның ике компонентының 550 меңгә тиклем дозаһын ҡабул итә ала.
Вакцинаны “Башфармация” ойошмаһынан медицина учреждениеларына транспортировкалау өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһының ресурстары (рефрижераторҙар) файҙаланыла.