Һаулыҡтан да ҙурыраҡ һәм ҡиммәтлерәк байлыҡ булмауын аңлау дәрәжәһенә еттек шикелле. Сәләмәтлектән башҡа бәхетле лә, һөнәрле лә, тормоштан йәм табып, ҡәнәғәт булып йәшәү ҙә мөмкин түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәре пандемия осоронда бөтәбеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итте: үҙегеҙгә һәм тирә-яғығыҙҙағы һәр кемгә, яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ, дәүләт тарафынан индерелгән ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итегеҙ.
Күптәр талаптарҙы һис һүҙһеҙ, теүәл үтәргә, ил өсөн көсөргәнешле мәлдә медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтергә, тирә-яҡтағыларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа тырышты. Үткән йыл беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте: табип һөнәренә ихтирамыбыҙҙы арттырҙы, эскерһеҙ, кеселекле мөнәсәбәттең бөтә сифаттарҙан өҫтөнлөгөн раҫланы, олоһоноң да, кесеһенең дә иғтибарын шәхси гигиенаға йүнәлтте.
Медицина фәндәре докторы, профессор, токсиколог, цитолог-нутрициолог, коммерцияға ҡарамаған “Рәсәй һөнәри белем биреү институты” өҫтәмә белем биреү автономлы ойошмаһы етәксеһе Зәкиә ТЕРЕҒОЛОВА ошо йәһәттән бөтәбеҙ өсөн фәнни яҡтан нигеҙләнгән, организмды һауыҡтырыу буйынса кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр, кәңәштәр тәҡдим итә. Эпидемия ваҡытында коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙы кәметеү буйынса файҙалы кәңәштәр өлкәндәргә, айырыуса медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән. Үҙҙәренең сәләмәтлеге тураһында даими хәстәрлек күрергә ғәҙәтләнгән кешеләр өсөн эпидемия тамамланғас та был тәҡдимдәрҙең кәрәге тейеүе бар.
– Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы, токсиколог һәм терапевт булараҡ, был тәҡдимдәрҙең төп өс маҡсатын ковидты йоҡтороу хәүефен кәметеүҙә, организмды таҙартыуҙа һәм иммунитетты нығытыуҙа күрәһегеҙ. Ошо хаҡта ҡыҫҡаса аңлатма бирһәгеҙ ине.
– Кеше үҙен һәйбәт тойһон, сирҙәргә бирешмәһен өсөн, организмдың эске мөхитен аҙ ғына көсһөҙ һелтеле торошта тотоу, һыу-электролит алмашыныуын яраҡлаштырыу мөһим. Быны белеү өсөн төкөрөк йәки бәүелде тест ярҙамында тикшереү ҙә етә.
Организмда әсеү процесы көсәйгәндә, бактериялар, вирустар, бәшмәктәр үрсеү өсөн яҡшы шарттар тыуа. 1932 йылда уҡ немец ғалимы, диетолог, Нобель премияһы лауреаты Отто Варбург әсе мөхиттең вирустарҙың үрсеүе һәм күҙәнәктәргә үтеп инеүе өсөн уңайлы булыуын раҫлаған. Ә кеше организмын ҡулайлы, дөрөҫ баланста тотоу өсөн нимә эшләргә мөмкин?
Һелтеле минераль һыуҙар (“Боржоми”, “Донат”, “Коралловый кальций” һәм башҡалар), лимонлы сәй, содалы һыу (50-60 градус йылылыҡтағы бер стакан һыуға балғалаҡ осонда ғына сода һалығыҙ), тәбиғи “Хитозан”ды ҡулланыу – барыһы ла организмдағы әсе мөхитте бөтөрөүгә булышлыҡ итәсәк. Һелтеле аҙыҡ-түлек – паразиттар, бактерияларҙың үрсеүе өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙырған кәртә. Һыу эсеү режимын күҙәтегеҙ. Уны тәүлегенә ауырлыҡтың һәр килограмына 30-40 миллилитрҙан да кәмерәк булмаған күләмдә эсеү файҙалы. Әгәр ҙә йоҡлар алдынан 200 миллилитр аҙ ғына һелтеле һыу эсһәгеҙ, организмығыҙҙа сәләмәтлекте тергеҙеү һәм токсиндарҙан арындырыу процесы башланыр.
– Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы, һеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, ошо олпат, абруйлы йәшкә етеп, һаман төҫ ташламайһығыҙ, һәр саҡ эшлекле ҡиәфәттә, күтәренке кәйефтәһегеҙ. Үҙеңде тәрбиәләүҙә һәм сәләмәтлегеңде һаҡлауҙа токсикология белгесенең серҙәре лә юҡ түгелдер. Иммунитетығыҙҙы нығытыу өсөн шәхсән ҡулланған тәбиғи саралар тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Үҙем яратып файҙаланған үҫемлектәрҙең береһе – татлы тамыр. Ҡурйын үләне, быян тип тә атайҙар һәр кем өсөн шифалы был үҫемлекте (рус телендә солодка, лакричник). Уны борон-борондан халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар.
Ябай ғына әрһеҙ үләндең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле сифаттарын барлап үтәйек: иммунитетты нығыта, вирусҡа ҡаршы көрәшә, токсиндарҙан, микробтарҙан арындыра, үпкә сирҙәрендә бик тәьҫирле. Үпкәнән артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға, эсәклектәге ялҡынһыныу процесын баҫырға ярҙам итә.
Татлы тамырҙағы әүҙем биологик матдәләр вирусҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, уның күҙәнәктәргә үтеп инеүен һәм үрсеүен тотҡарлай.
– Ни өсөн иммунитетты нығытыу тураһында һүҙ сыҡҡанда, эсәктәге файҙалы микрофлораны төп иммун ҡалҡаны тип атарға күнеккәнбеҙ?
– Ысынлап та, организмды һауыҡтырыуҙы, иммун системаһын нығытыуҙы микробиотик туҡланыуҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Микробиотик туҡланыуға файҙалы бактерияларға бай биокефир, бифидо- һәм лактобактериялар менән байытылған йогурттар, көрпә, күҙәнәкле туҡыма, талҡан өҫтәлгән аҙыҡтар инә. Кефирҙы микробтарға, токсиндарға ҡаршы тороусанлығы көслө булған имбир менән эсергә мөмкин.
Лайлалы тын алыу юлдарын һаҡлау өсөн организмды әсеү процесын аҡрынайтыуға һәләтле антиоксиданттар (С, Е, Д, А, В төркөмө витаминдары, цинк, селен микроэлементтары) менән байытыу мөһим. Туйындырылған омега-3 май кислотаһы сығанағы етен майы һәм орлоҡтарында, балыҡ майында икәнен хәтерҙә тотоғоҙ.
Мин рационға тағы ла бер файҙалы үҫемлекте индерергә кәңәш итәм. Һүҙ диңгеҙ ылымыҡтары тураһында. Уларҙың составы бик үҙенсәлекле, туҡлыҡлы матдәләр байлығы йәһәтенән башҡа бер үҫемлекте лә ылымыҡ менән сағыштырып булмай. Туйындырылған май кислотаһы, аминокислоталар йыйылмаһы, макро- һәм микроэлементтар, йод, үҫемлек туҡымаһы, витаминдарҙы туплаған ылымыҡ организмды сәләмәтләндергән тәбиғи сығанаҡ булып тора. Иммун системаһын нығытыу өсөн дарыуханаларҙа тәьҫирле иммунокорректорҙар ҙа етерлек, ауыҙ-танауҙы эшкәртергә спрей һәм кремдар ҙа бар.
Ғалимдарҙың һуңғы мәғлүмәттәре коронавирустың, башҡа вирустар менән сағыштырғанда, бик мәкерле булыуын раҫлай. Ул организмда интерферон етештерелеүен тотҡарлаған үҙенсәлекле аҡһымлы составтан һәм рибонуклеин кислотаһынан тора. Лайлалы танау ҡыуышлығына эләгеп, клиник билдәләр күренгәнгә тиклем бик тиҙ үрсергә өлгөрә.
Инфекцияны ҡайҙа, кемдән йоҡтороуығыҙҙы белмәүегеҙ ҙә ихтимал, шуға күрә йәмәғәт урындарында, халыҡ күп йыйылған ерҙә булырға тура килгәндә, битлек кейеүҙе ауыр эшкә һанамағыҙ. Ҡайтыу менән ҡулдарҙы йыуғандан һуң, танау ҡыуышлығын спрей ярҙамында зарарһыҙландырығыҙ. Тамаҡҡа, танау ҡыуышлығына һелтеле ингаляция (сода йәки тоҙ һалынған һыу менән сайҡатыу) яһау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.
– Организмды сәләмәтләндереү буйынса кәңәштәрегеҙ пандемия тамамланғандан һуң да әһәмиәтен юғалтмаясаҡ. Туҡланыу буйынса тәҡдимдәрегеҙҙең иң мөһимдәрен билдәләп үтһәгеҙ ине.
– Иң мөһиме, трансмайлы аҙыҡ-түлектән (маргарин, спред, фастфуд, торт, кондитер ризыҡтары, рафинадланған үҫемлек майҙары, ыҫланған аҙыҡ һ.б.) баш тартығыҙ йә иһә уларҙы ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Итте күп ашауҙың организмда әселекте арттырыуын онотмағыҙ. Йәшелсә һәм еләк-емеш өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен, айырыуса кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишерҙе рафинадланмаған үҫемлек майы менән ҡушып ашау, йәшел сәй, ҡарағат, гөлйемеш, кесерткән япрағы ҡулланыу организмыбыҙға көс, һаулыҡ өҫтәр.
Был кәңәштәрҙең барыһы ла фәнни яҡтан нигеҙләнгән, уларҙы ҡулланыу уңайлы, нутриенттар һәм фитосаралар хәүефһеҙ һәм биологик, эпидемиологик йәһәттән маҡсатҡа ярашлы. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙ ҡулында, телгә алынған ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә үҙегеҙҙе яҡшы тойорға, күтәренке кәйеф менән иң ауыр тойолған эштәрҙе башҡарып сығырға ярҙам итер.
– Бөтәбеҙ өсөн дә көнүҙәк һорауҙарға үҙегеҙҙең шәхси өлгөгөҙҙә аныҡ яуаптар ҡайтарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы!