Сәләмәт булайыҡ
26 Март 2021, 09:36

Дөрөҫ йыуынаһыңмы?

Был һорау күптәргә мәғәнәһеҙ кеүек тойолор. Шулай ҙа сафлыҡ һәм таҙалыҡ артынан ҡыуғанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәү шарт.

Был һорау күптәргә мәғәнәһеҙ кеүек тойолор. Шулай ҙа сафлыҡ һәм таҙалыҡ артынан ҡыуғанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәү шарт.


Даими йыуынырға кәрәк. Душты көнөнә ике тапҡыр – иртәле-кисле инеү, ваннала аҙнаһына бер-ике тапҡыр йыуыныу яҡшы. Мунса һәм сауна яратҡандар унда аҙнаһына бер тапҡыр йөрөй ала.


Иртәнге душ һалҡынса булһа, йоҡоғоҙҙо асып, көн буйы етерлек көс-дәрт бирер. Кис иһә йылы душ инергә кәңәш ителә. Ул тынысландырыр, арыуҙы бөтөрөр. Душты яҡынса 15 минут инеү яҡшы. Шул уҡ ваҡытта һыу температураһын күҙәтегеҙ: эҫе һыу тән тиреһен ҡорота.


Душ өсөн гель һәм шыйыҡ һабын тирене туҙандан, быс­раҡтан таҙарта. Ә бына йыу­ғыс менән йыуыныу мотлаҡ түгел. Шыйыҡсаны күпертеп, тәнгә һөртөү ҙә етә.

Ҡоро тирене йыуып төшө­рөү өсөн скраб йәки душ өсөн крем менән йыуғыс ҡулла­ныр­ға кәңәш ителә. Тән ти­реһе ҡоро һәм нескә булһа, ошо рәүешле аҙнаһына ике тапҡыр, майлы булһа, көн аша йыуынырға кәрәк.


Тән һәм сәс гигиенаһы өсөн нейтраль рН әселек дәрәжә­һен­дәге сараларҙы ҡулланыу яҡшы. Улар тән тиреһенең кислота-һелте балансын боҙмай, киптермәй.

Биттәге косметиканы мицелляр һыу менән йыуырға кәрәк. Ғәҙәти һәм майлы бит тиреһен гель йәки күбек менән таҙарталар. Косметик һөт ҡоро һәм ҡуҙғыусан бит тиреһе өсөн ҡулай. Бит тиреһе өсөн скрабты косметологтар аҙнаһына иң күбе бер-ике тапҡыр ғына ҡулланырға кәңәш итә.


Сәсте көн һайын йыуырға мөмкин. Йомшаҡ шампунь, кондиционер һәм бәлзәм сәс­те таҙарта, матурлай һәм дауалай. Аҙнаһына бер тапҡыр сәскә маска яһарға була.

Интим урындар гигиенаһы өсөн махсус саралар кәрәк. Ябай һабын ҡулланырға ярамай: ул тиренең тәбиғи балансын боҙа, инфекцияларға ҡаршы тороу һәләтен юҡҡа сығара.


Үксәнең ҡатҡан тиреһен скраб ярҙамында бөтөрөргә мөмкин. Ғәҙәти пемзаның йәки тырнаҡ игәүенең тирене яралауы ихтимал, был яраға микроб эләгеп, микозға әйләнеү хәүефе бар.


Йыуынғас, тән тиреһен йомшаҡ таҫтамал менән ҡороторға, лосьон йәки крем һөртөргә кәрәк. Аяҡ тиреһенә мочевиналы махсус крем һөртөү яҡшы: ул тирене йомшарта, һуғара.
Читайте нас