Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле хәл буйынса статистиканы яңыртҡан. Тәүлек эсендә вирусты йоҡторғандар 110-ға артып, бөтәһе 31 817 кешегә еткән.
Әле стационарҙарҙа 282 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙа - 4 550 ауырыу. 29 ауырыу ауыр хәлдә, алтыһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә 218 ауырыуҙың һауығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир ҡорбандары тағы ике кешегә артып, бөтәһе 345-кә етте.
Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 143 ауырыуға ҡуйылған һәм 128 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан.
Тәүлектә вирусты йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (34 кеше), Салауат ҡалаһында (11), Балтас районында (8) һәм Белорет, Йәрмәкәй райондарында (6-шар) икәне билдәле.
Тәүлек эсендә миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙе йоҡторғандар 1861 кешегә артҡан. Барығыҙҙы ла санитар-эпидемиологиҡ талаптарҙы үтәргә саҡырабыҙ. Республикаға 152 392 доза вакцина килтерелде, мөмкинлектән файҙаланып, ваҡытында прививка яһатырға тырышығыҙ.