Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә йоғошло, ҡурҡыныс сир – туберкулез булған һәм әле лә бар: ошо хаҡта һәм сирҙе иҫкәртеү хаҡында табип-фтизиатр, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер хеҙмәткәре Светлана Шафиҡ ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНА һөйләй.
Туберкулез микробактерияһы кеше организмына эләккәс, оҙаҡ ваҡыт “йоҡлауы” ихтимал, шулай уҡ инфекциялы һәр кешенең ауырып китмәүе лә мөмкин. Ауырыуҙың тәүге билдәләре сирләүсегә лә, башҡаларға ла беленмәүе ихтимал. Үҙ-үҙеңде тойоуҙың хөртәйеүе, клиник билдәләр барлыҡҡа килеүе (насар аппетит, хәлһеҙлек, төнөн ныҡ тирләү, арыу, насар йоҡо, субфебриль температура, йүтәл, тын быуылыу, күкрәк ҡыуышлығында ҡыйынлыҡ тойоу, ҡан төкөрөү һәм башҡалар) туберкулез процесы әүҙемләшә башлаһа ғына һиҙелә. Әгәр ҙә сир ваҡытында асыҡланмаһа, ауырыуҙың деструктив (“асыҡ”) формаһы барлыҡҡа килә һәм сирле, бактериялар бүлеп сығарыусы булараҡ (МБТ+), тирә-йүндәгеләр өсөн хәүеф тыуҙыра.
Туберкулез – йоғошло сир, уны туберкулез микробактериялары ҡуҙғыта (Кох таяҡсаһы). Кешегә туберкулез түбәндәге шарттарҙа йоға:
– йүтәлләгәндә, сөскөргәндә, ҡысҡырып, төкөрөк сәсеп һөйләшкәндә (ғөмүмән, һауа-тамсы юлы – сир йоғоуҙың иң йыш сығанағы);
– насар елләтелгән бина эсендә хәүефле ҡуҙғытыусы булған саң һәм өлөшсәләрҙе йотҡанда (сир йоҡтороуҙың һауа-саң юлы ла киң таралған);
– аҙыҡ-түлек аша, мәҫәлән, сирле хайуандарҙың ите, һөтө аша (алиментар йоғоу юлы һирәгерәк осрай);
– ҡуҙғытыусы кеше организмына яраланған тире һәм лайлалы тиресә аша эләккәндә (сир йоғоуҙың контактлы юлы; бик һирәк осрай);
– тыумыштан күсә – туберкулез плацента аша йоға (трансплацентар юл һирәк осрай).
Нисек туберкулезды асыҡларға?
Сирҙең иртә стадияһын, бигерәк тә балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә, Манту реакцияһы, йәғни тест аша асыҡларға мөмкин.
Туберкулинодиагностика – уны дөрөҫ һәм даими үткәргәндә – туберкулезды иртә асыҡлауҙың хәүефһеҙ һәм ярайһы ышаныслы ысулы.
Флюорография һәм рентгенография сирҙе ваҡытында асыҡлауҙың төп ысулы булып тора. Сәләмәтлек торошон билдәләп тороу өсөн уны йылына бер тапҡыр үтеү фарыз, хәүеф факторҙары булғанда – йышыраҡ та. Шул уҡ ваҡытта тикшереүҙең был юлы күкрәк ҡыуышлығындағы башҡа сирҙәрҙе асыҡларға ла ярҙам итә (шештәр, пневмония, йөрәк сирҙәрен, средостенияны һәм башҡалар).
Организмдан бүленеп сыҡҡан шыйыҡсаларға һәм башҡа диагностика материалдарына микробиологик тикшереү үткәреү (бактериоскопия, посев) туберкулез ҡуҙғытҡыстарын табырға, бактерияларҙың бүленеү күләмен, дарыуҙарға ҡарата тотороҡлолоғон асыҡларға ярҙам итә.
Ни тиклем күберәк бактериялар бүленә, сирленең эргә-тирәһендәге кешеләр өсөн эпидемик хәүеф шул тиклем юғарыраҡ.
Туберкулезды иҫкәртергә мөмкин. Бының өсөн БЦЖ вакцинаһы яһатыу, спорт һәм физкультура менән дуҫ булыу, сыныҡтырыу процедураларын яһау, көн тәртибен һаҡлау, яҡшы туҡланыу, шәхси гигиена шарттарын үтәү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу кәрәк. Балаларға һәм үҫмерҙәргә ваҡытында туберкулинодиагностика, өлкәндәргә рентгенофлюорография үткәреү фарыз.
Туберкулезлы кеше менән аралашҡандарға мотлаҡ фтизиатрҙа тикшереү үтеү, бер ни тиклем ваҡыт уның күҙәтеүендә булыу мөһим. Миҫал өсөн, бәғзе берәү туберкулез диагнозы ҡуйылған кеше менән бер фатирҙа йәшәй икән, ти. Бында сир йоғоу ҡурҡынысы бер нисә тапҡырға арта.
Туберкулез клиник картинаһы менән генә түгел, ә тирә-яҡ мөхиткә үтә сыҙамлы булыуы буйынса ла билдәле. Фтизиатрияла “вирус таратыусы” тигән термин юҡ (мәҫәлән, ВИЧ, гепатит, дифтерия вирустарын таратыусылар була), ә “инфекциялы” тигән генә төшөнсә бар. Ғөмүмән, 30 йәшкә еткәс, илдең барлыҡ халҡы тиерлек ошо категорияға инә. Әгәр ҙә башҡа вирустарҙы таратыусылар тирә-йүндәгеләр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырһа, Кох таяҡсаһын йоҡторған кешенең башҡаларға хәүефе юҡ. Туберкулез ауырып киткән сирлеләрҙән генә йоға. Инфекцияланғандар иһә – сәләмәт кешеләр, тик уларҙың үҙенә туберкулез йоғоу ихтималлығы ҙур, шуға күрә сирләгән кеше менән аралашҡандан һуң махсус дарыу эсергә кәрәк.
Үрҙә әйткәнсә, организмда инфекция бармы-юҡмы икәнлеген Манту пробаһы ярҙамында белергә була. Һуңғы йылдарҙа туберкулезды асыҡлау өсөн яңы алым – “диаскин-тест” та уңышлы ҡулланыла башланы.
Туберкулез донъяла йылына бер миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән аяуһыҙ сир икәнлеген бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй туберкулез киң таралған дәүләттәрҙең береһе булып ҡала, шуға күрә табиптарҙың яуаплылығынан тыш, граждандарҙан да иғтибарлы, һаҡ булыу талап ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир тын алыу ағзалары аша кешегә магазинда йәки йәмәғәт транспортында ла эләгергә мөмкин. Уның бактериялары һыуыҡҡа ла, эҫегә лә, дым менән яҡтыға ла бирешеп бармай. Урам саңында ул өс ай һаҡлана, өй эсендә – бер йылға тиклем. Хәлһеҙлек, тирләү, тән температураһының күтәрелеүе кеүек билдәләр борсой икән, шиктәрҙе таратырға, кисекмәҫтән флюорография үтергә кәрәк. Иҫкәртеү вакциналары һәм флюорография иһә был сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Туберкулез менән сирләп киткән осраҡта мөмкин тиклем иртәрәк туберкулезға ҡаршы махсус учреждениела (стационар йә амбулатор шарттарҙа) дауалана башлау мотлаҡ. Дауалау оҙайлығы һәм һөҙөмтәһе тап ошонан тора. Хәүефле сирҙе үҙаллы еңеп булмай. Үҙ эсенә ул бактерияға ҡаршы (бер юлы әллә нисә төрлө антибиотик ҡулланылыуы ихтимал), хирургия терапияларын һәм шифахана-курорт дауалау төрҙәрен ала.
Туберкулездың клиник формаһына, комплекслы тикшереү һөҙөмтәһенә һәм пациенттың шәхси үҙенсәлектәренә ҡарап, фәҡәт табип ҡына туберкулезға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар комплексын, уларҙың миҡдарын һәм ҡабул итеү тәртибен билдәләй ала. Табип билдәләгән дарыуҙарҙы даими һәм оҙайлы рәүештә ҡабул иткәндә генә, туберкулезды тулыһынса дауаларға мөмкин.
* 95 процент осраҡта туберкулез үпкәлә үҫешә. Ҡалған биш проценты күҙҙәрҙәге, һөйәктәге, тиреләге, бәүел-енес системаһындағы, эсәклектәге, быуындарҙағы туберкулезға тура килә.
* Һәр минут һайын донъяла туберкулездан бер кеше вафат була.
* Египетта туберкулез менән сирләгән кешенең мумияһы табылған. Кох таяҡсаһы тере килеш ҡалған һәм, 2000 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, үрсей башлаған.
* Киң таралған, ҡалыплашҡан фекер буйынса, туберкулез – ярлылар сире. Ғәмәлдә, был һис улай түгел: һәр кеше хәүефле ауырыуҙы йоҡтора ала.
* Хатта бик ҡеүәтле дауалау үткәндән һуң да туберкулез таяҡсаларының организмда ҡалыуы ихтимал. Улар иммунитет түбәнәйгәнен көтөп кенә тора.
* Вирус таратыусыларҙың барыһы ла хәүефле түгел, ә үпкә туберкулезының асыҡ формаһы менән ауырығандар ғына башҡаларға сир йоҡтороуы ихтимал.
* Инфекциялы хроник сирлеләр, СПИД менән ауырыусылар, тәмәке тартыусылар
* Фтизиатрия йүнәлешле дауаханаларҙа эшләүселәр
* Тимер рәшәткә артында ултырыусылар
* Сирле туғандары менән бергә йәшәгәндәр
* Хеҙмәтләндереү тармағында эшләүселәр, күп кеше менән аралашыусылар.